Төп ҡануниәткә арнала17.12.2013
18 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 20 йыллығына арналған саралар уҙғарыла.
Иртәнге сәғәт 10-да тантаналы йыйылыш башлана, унан һуң “Заманса Рәсәй конституционализмы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тамырҙары: тарих һәм заман” фәнни-ғәмәли конференцияһы асыла.
Сараларҙа Рәсәйҙең Федераль Йыйылышы вәкилдәре, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, Конституция, Юғары һәм Арбитраж судтар рәйестәре һәм судьялары, республика Прокуроры, Хөкүмәт ағзалары, Кеше, Бала һәм Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы буйынса вәкилдәр, ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Контроль-иҫәп палатаһы, Үҙәк һайлау комиссияһы, шулай уҡ дини һәм йәмәғәт берекмәләре, милли-мәҙәни үҙәктәр, ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша.