Хәбәр итеүебеҙсә, Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына 20 йыл тулған көндө Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Сәйәсәт:
Көслө үҙидара кәрәк
Ил Президентының Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе — теүәл 20 йыл элек ҡабул ителгән Рәсәй Конституцияһының талабы.
— Конституцион нигеҙ тотороҡло булырға тейеш тип инанам. Иң элек был кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарына, азатлыҡтарына ҡағыла. Төп Закондың ошо положениелары бик мөһим, — тине үҙенең сығышында Рәсәй Президенты.
Урындағы власть — кешеләргә иң яҡыны. Ошоға бәйле ил башлығы Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советына, Муниципаль берәмектәр конгресына, губернаторҙарға, Федераль Йыйылыш ағзаларына, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә һәр граждан өсөн асыҡ булыу талабын ҡуйҙы.
— Урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптарын асыҡлауҙы, урындарҙа көслө, бойондороҡһоҙ, финанс йәһәтенән һөҙөмтәле власты үҫтереүҙе мөһим тип иҫәпләйем. Ошо эште башларға һәм Земство реформаһына 150 йыл тулған 2014 йылда уны закондар менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Әйткәндәй, земстволарҙы, урындағы үҙидараны үҫтереү ҡасандыр Рәсәйгә алға китешкә өлгәшеү, үҙгәртеп ҡороуҙар өсөн аҡыллы кадрҙар табыу мөмкинлеген биргән. Шул иҫәптән Столыпиндың аграр реформаһын тормошҡа ашырыу, Беренсе донъя һуғышы осоронда сәнәғәтте үҙгәртеп ҡороу өсөн дә. Әле көслө урындағы үҙидара илдең кадрҙар ҡеүәтен тулыландырыу һәм яңыртыу өсөн нигеҙ була ала, — тине ил башлығы. — Сәйәсәтте формаль принцип буйынса ҡорорға ярамай. Иҡтисади конъюнктураның үҙгәреүен беләбеҙ. Әммә был маҡсаттар ревизияһы хаҡында һүҙ алып барыу өсөн сәбәп түгел. Эшләргә, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләргә, бюджет һәм башҡа өҫтөнлөктәрҙе аныҡ билдәләргә кәрәк.
Социаль өлкә:
Сығымдар түгел, һөҙөмтә артһын
Илдә уҡытыусы менән табиптың эше абруйлыға әүерелһен, юғары уҡыу йорто тамамлаусыларҙы йәлеп итһен өсөн мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә эш хаҡы арттырыла. Ләкин кимәл бюджет аҡсаһы иҫәбенә генә күтәрелергә тейеш түгел, сығымдарҙың һөҙөмтәлелегенә, социаль өлкәләге хеҙмәттәрҙең сифаты яҡшырыуға өлгәштерерлек реформалар кәрәк.
Мөһим бурыс — социаль учреждениеларҙың эш сифатына бойондороҡһоҙ баһа системаһын ойоштороу. Был алым финанслауҙы эш һөҙөмтәләренә бәйләү, тимәк, бюджет селтәрен һөҙөмтәле ҡулайлаштырыу мөмкинлеген бирәсәк. Берҙәм ҡараш, стандарттар, бөтә кимәлдәге властарҙың йөкләмәләрен билдәләрлек туранан-тура эш иткән закон нормалары кәрәк. Был йәһәттән Владимир Путин киләһе яҙғы сессия барышында тейешле закон ҡабул итеүҙең мөһимлеген билдәләне.
Төп мәсьәлә — һаулыҡ һаҡлауҙа страховка принцибына күсеү. Бөгөн мотлаҡ медицина страховкаһының эше, асылда, бюджет аша түгел, ә бюджеттан тыш фонд аша “аҡса һурыуға” ҡайтып ҡала. Ә бурыс бөтөнләй икенсе. Страховка компаниялары медицина учреждениеларының сифатлы хеҙмәт күрһәтеүе яҡлы булырға, ошоно күҙәтергә, уларҙың эшенә финанс баһа бирергә тейеш.
2015 йылдан башлап балалар һәм үҫмерҙәр — йыл һайын, ә ололар өс йылға бер тапҡыр бушлай диспансерлаштырыу үтәсәк.
Мәғариф:
Төп маҡсат — шәхес тәрбиәләү
— Беҙгә шәхесте уҡытып ҡына ҡалмаған, тәрбиәләгән дә мәктәптәр кәрәк. Белем биреү йортонан илдең изге ҡиммәттәрен, тарихын һәм йолаларын ныҡлап өйрәнгән граждан, юғары эске мәҙәниәткә эйә булған, ижади һәм үҙаллы фекерләргә һәләтле шәхес сығырға тейеш, — тине үҙенең сығышында Владимир Путин.
Киләһе йылдан башлап сығарылыш класында йомғаҡлау иншаһы яҙҙыра башларға күрһәтмә бирелгән. Уның һөҙөмтәләре Берҙәм дәүләт имтиханы менән бер рәттән юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына ингәндә иҫәпкә алынырға тейеш.
Уҡытыусының һөнәри үҫеше Рәсәй мәктәбенең киләсәге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул уҡытыуҙа заманса технологияны ҡулланырға, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар менән эшләй белергә тейеш. Мәғариф министрлығы әле был мәсьәлә менән шөғөлләнә, уҡытыусылар өсөн өҙлөкһөҙ әҙерлек һәм белемде камиллаштырыу системаһын үҫтерә. Ошо программаға бәйле эште аҙағына еткерергә кәрәк.
Киләһе биш-алты йылда уҡыусылар һанының 1 миллионға артыуы көтөлә. Ил Президенты Хөкүмәткә, Федераль Йыйылышҡа, төбәк властарына мөрәжәғәт итеп, ошо проблеманы баһаларға, уны хәл итеү юлдарын эҙләргә ҡушты. Был йәһәттән балалар баҡсалары төҙөргә, уларҙы киләсәктә башланғыс мәктәп рәүешендә файҙаланырға тәҡдим ителде.
— Был хәл балалар баҡсаһы проекты хаҡының ҡиммәтләнеүенә килтермәҫкә тейеш. Шулай уҡ бер ҡыйыҡ аҫтында берҙәм комплекс рәүешендә мәктәп менән балалар баҡсаһы төҙөү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк, — тине Владимир Путин.
Торлаҡ:
Төҙөлөшкә ер алыу ябайлаша
Хөкүмәт арзан торлаҡ төҙөү программаһын тормошҡа ашырыу алымдарын билдәләне, уға ярашлы 2017 йыл аҙағына тиклем килеме уртаса булған ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшырта алһын өсөн кәмендә 25 миллион квадрат метрлыҡ өҫтәмә социаль торлаҡ төҙөү күҙаллана. Президент был программаны “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” тип атарға тәҡдим итте.
— Иң элек ҡануниәткә төҙөлөш өсөн ер биреүҙе ябайлаштырған үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Был эште бер нисә ай эсендә башҡарыу шарт. Теманы даими тикшерәбеҙ, һуңғы бер нисә аҙна эсендә уға күп тапҡыр әйләнеп ҡайттыҡ, — тип билдәләне ил башлығы.
Урындағы үҙидара органдары асыҡ һәм үтә күренеүсән процедуралар буйынса төҙөлөш өсөн буш участкаларҙы сауҙалашыуға ҡуйырға тейеш. Бер үк ваҡытта төҙөүселәрҙең дә яуаплылығы арта: ҡулыңа ҡарар алғас, йортто ваҡытында һала башламаның икән — ерҙе кире ҡайтар.
Хеҙмәт баҙары:
Тәртип булдырыу фарыз
Хеҙмәт баҙарына бәйле тағы ла бер ҡатмарлы проблема — сит ил граждандары миграцияһы. Был өлкәлә тәртиптең булмауы мәшғүллек структураһына зыян килтереп кенә ҡалмай, социаль йәһәттән тигеҙһеҙлек, милли ерлектә бәхәстәр тыуҙыра, енәйәтселектең үҫеүенә булышлыҡ итә.
— Элекке Советтар Союзы республикалары менән бәйләнеште өҙә алмайбыҙ, әммә был йәһәттән тәртип булдырыу фарыз. Ошоға бәйле ғәмәлдәге патент системаһын үҙгәртергә кәрәк. Әле сит ил хеҙмәткәре айырым кешелә эшләй икән, патент алырға тейеш. Ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға патент нигеҙендә сит ил хеҙмәткәрен яллау мөмкинлеген бирергә тәҡдим итәм, — тине Рәсәй Президенты.
Ул сит ил граждандарының илебеҙгә инеү маҡсатына контролде көсәйтеү кәрәклеге билдәләне. Дәүләт сит ил кешеһенең Рәсәйгә нимәгә һәм күпмегә килеүен белергә тейеш. Визаһыҙ килгән, оҙаҡ ваҡыт Рәсәйҙә йәшәгән граждандарға бәйле мәсьәләне хәл итеү зарур. Уларҙың илебеҙҙә йәшәү ваҡытын сикләргә, ҡағиҙәләрҙе боҙғандарҙы дәүләткә индереүҙе 3 — 10 йылға тыйырға тәҡдим ителә.
Иҡтисад:
Байлыҡтың ситкә ағыуына юл ҡуймаҫҡа!
Былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты иҡтисадты күләгәнән сығарыу хаҡында һөйләгәйне.
— Әммә әлегә һөҙөмтә аҙ , — тине Владимир Путин. Рәсәйҙә эшләргә тейешле капиталды ситкә сығарыу — ил ҡаҙнаһы өсөн ҙур юғалтыу. Йыл дауамында ошо өлкәлә һиҙелерлек бер ни ҙә эшләнмәгәнгә күрә, тәҡдимдәрем бар. Сит илдә теркәлгән һәм Рәсәй милексеһенеке булған компания килемдәренә беҙҙең ҡағиҙәләргә ярашлы һалым һалынырға, һәм ул Рәсәй бюджетына түләнергә тейеш. Ошо аҡсаны алыу системаһын яйға һалыу фарыз.
Һөҙөмтәлә сит илдә теркәлгән компаниялар дәүләт ярҙамы сараларынан, шул иҫәптән “Внешэкономбанк” кредиттарынан, дәүләт гарантияларынан файҙалана алмаясаҡ. Был ойошмаларға дәүләт ҡатнашлығындағы структуралар һәм дәүләт контракттарын үтәүгә юл ябыласаҡ. Йәғни льготанан, дәүләт ярҙамынан файҙаланырға, Рәсәйҙә эшләп табыш алырға теләйһең икән — Рәсәйҙә теркәл.
Хеҙмәттәшлек:
Үҙ-ара ышаныс әүҙемлекте арттырасаҡ
Рәсәй дөйөм, тиң именлекте тәьмин итеү мәнфәғәтендә бөтә партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Киләһе йыл “Һигеҙ ил” эсендәге рәйеслегебеҙ киҫкен проблемаларҙы хәл итеүгә, халыҡ-ара терроризмға һәм наркохәүефкә ҡаршы эш итеүгә йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ 2015 йылда Рәсәй ҡабул итәсәк БРИКС һәм ШОС саммиттарына әҙерлек барышында ла ошо уҡ принциптарға ярашлы эш итәсәкбеҙ.
— Әле беҙ Евразия иҡтисади союзы тураһындағы договорҙы әҙерләүҙең хәл иткес осорона аяҡ баҫабыҙ. Киләһе 1 майға договор тексын яраштырыу тамамланыр, ул Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан парламенттарына индерелер тип өмөтләнәбеҙ, — тине дәүләт башлығы.
Әле Ҡырғыҙстан менән Әрмәнстанды ла Таможня союзына ҡушыу буйынса “юл карталары”н әҙерләүсе эш төркөмдәре ойошторолған. Евразия интеграцияһының ысын ҡаҙаныштары башҡа күршеләребеҙҙең, шул иҫәптән Украиналағы партнерҙарҙың да ҡыҙыҡһыныуын арттырасаҡ.
— Белдерелгәндәрҙең барыһы ла мотлаҡ үтәлергә тейеш. Властың төп бурысы ошоға ҡайтып ҡала. Беҙ кешеләрҙең ышанысын нығытырға тейешбеҙ. Шул осраҡта ғына граждандарҙың әүҙемлеге артасаҡ, уларҙа ил үҫешенә өлөшөңдө индереү ынтылышы барлыҡҡа киләсәк. Халҡыбыҙҙың иң яҡшы йолаларына таянып, заманса идеяларҙы һәм үҫештең һөҙөмтәле алымдарын файҙаланып, алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәрбеҙ, уңышҡа мотлаҡ өлгәшербеҙ тип инанам, — тине Владимир Путин сығышының аҙағында.
Эльвира Айытҡолова:
“Күп һорауға яуап ишеттем”“Владимир Путиндың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә иғтибарға алынған бик күп мәсьәлә уҙған аҙнала Мәскәүҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Эш итеүҙәр форумы”нда тикшерелгәйне”, — тип хәбәр итте беҙгә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе рәйестәше Эльвира Айытҡолова.
Сәйәсмәндең фекеренсә, иң мөһиме — Рәсәй Президентының “Йәмәғәт контроле тураһында”ғы закон проектын әҙерләү зарурлығы хаҡында белдереүе. “Илдәге граждандар йәмғиәте ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың, дәүләт аҡсаһын тотоноуҙың һөҙөмтәлелегенә контроллек итеү өсөн өлгөрөп етте. Сөнки, Президент әйтеүенсә, бөгөн илдә ресурстар бар. — тине Эльвира Айытҡолова. — Илдең үҙгәреүен, теге йәки был өлкәгә йүнәлтелгән дәүләт аҡсаһының ҡулланыусыға ысынлап та барып етеүен һәр кем тойһон өсөн был ресурстарҙы сифатлы файҙаланыу шарт. Фәҡәт Рәсәй Федерацияһы гражданы, ҡулланыусы булараҡ, закондарҙың, дәүләт машинаһының эшенә баһа бирергә тейеш. Президент эксперттар берләшмәһенең әһәмиәте артыуын, федераль йәки төбәк кимәлендәге закондарҙы ҡабул иткәндә эксперт баһаһы, компетентлы фекер булыу зарурлығын, закондарҙың яһалма кәртәләр тыуҙырмай, ысын мәғәнәһендә эшләүен иҫәпкә алыу кәрәклеген айырып әйтте. Йәғни мәнфәғәттәр тигеҙлеге һаҡланырға тейеш”.