Парламент бәйләнештәрҙе үҫтерә05.01.2012
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай 2011 йылда төрлө кимәлдәге закондар сығарыу органдары менән парламент-ара бәйләнештәр булдырыу эшен дауам итте.
Көҙгө сессия барышында ғына республиканың Дәүләт Йыйылышы етәкселеге Азербайжандың Милли Мәжлес депутаты, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм парламент-ара бәйләнештәр буйынса парламент комиссияһы ағзаһы Әхмәдова ханым һәм Польшаның Рәсәй Федерацияһындағы тулы хоҡуҡлы илсеһе Зайончковский әфәнде менән осрашты.
Быға тиклем Чехия, Украина, Словакия, Польша, Төркиә, Саксония һәм башҡа илдәрҙең парламенттары менән бәйләнештәр булдырылғайны. Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу органдары менән аралашыу даими алып барыла. Бөгөнгө көнгә илебеҙ төбәктәре бер нисә сит дәүләт парламенты менән хеҙмәттәшлек итеү һәм уны үҫтереү хаҡында 28 парламент-ара килешеү, протокол бар.
“Башинформ”.


Вернуться назад