Хакимиәттә үҙгәреш көтөлә14.12.2013
Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов республика Президенты Хакимиәтенең структураһын ҡулайлаштырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Президент Хакимиәтендә үҙгәрештәр көтөлә: дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәре һанын кәмендә 5 процентҡа ҡыҫҡартыу күҙаллана.
Указға Хакимиәт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм ҡаҙна сығымын кәметеү маҡсатында ҡул ҡуйылды.