Кадеттарға ярҙам күрһәтелә14.12.2013
Рәсәйҙең Оборона министрлығында Башҡортостан кадет корпусына шефлыҡ ярҙамы күрһәтеү буйынса килешеү төҙөлдө. Оборона министры Сергей Шойгу, ил Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов документҡа ҡултамғаларын ҡуйҙы.

Килешеү уҡыусыларҙы дәүләт хеҙмәтенә әҙерләүҙе камиллаштырыу, хәрби хеҙмәттең абруйын нығытыу маҡсатында төҙөлдө. Ул кадет корпусына шефлыҡ ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Документҡа ярашлы, Оборона министрлығы, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм Башҡортостан Республикаһы, кадет корпусына ярҙам күрһәтеп, бер нисә йүнәлештә хеҙмәттәшлек итәсәк. Атап әйткәндә, уҡыу йортона дәүләт ярҙамы күрһәтеү, уңайлы шарттар булдырыу, белем сифатын яҡшыртыу, тәрбиәүи эштең яңы алымдарын файҙаланыу, ғәмәлдәгеләрен һаҡлап ҡалыу хаҡында һүҙ бара.
Министрлыҡ етәкселәр һәм уҡытыусылар һайлауҙа ҡатнаша, бәлиғ булмағандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү маҡсатында өҫтәмә белем биреү программаһын эшләй. Шулай уҡ кадет корпусын хәрби-техник мөлкәт, электрон әсбаптар һәм мәғлүмәт сығанаҡтары менән тәьмин итә, уҡытыу һәм тәрбиә практикаһына Суворов хәрби училищеларының, министрлыҡ ҡарамағындағы кадет корпустарының алдынғы эш тәжрибәһен индерә.
Президенттың Тулы хоҡуҡлы вәкиле корпустың эшмәкәрлеген ойоштороуға федераль ҡаҙнанан аҡса бүлеүгә, уҡыу йортон айырым маҡсатлы федераль программаларға һәм проекттарға индереүгә булышлыҡ итә.
Башҡортостан Республикаһы иһә кадет корпусына дөйөм етәкселек итеүҙе, уның эшмәкәрлеген ойоштороуҙы һәм контролдә тотоуҙы тормошҡа ашырасаҡ.


Вернуться назад