“Иң сағыу сәйәси документ”14.12.2013
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһенә ҡағылышлы сығыш яһаны:
— Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең көнүҙәклеге һәм мөһимлеге йәмғиәт тормошондағы төп өлкәләрҙең үҫешен билдәләй һәм дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирә. Уның Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына 20 йыл тулған көндә яңғырауы, ҡануниәтте үҫтереү темаһынан башланыуы айырым әһәмиәткә эйә, тип иҫәпләйем. Президенттың власты үҙәкләштереү системаһын йомшарта төшөүгә, гражданлыҡ әүҙемлегенә һәм йәмәғәт контроленә булышлыҡ итеүгә бәйле ҡарашы айырыуса мөһим.
Иҡтисад өлкәһендәге хәлгә ентекле анализ да ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Капиталды офшорға сығарыу менән мауыҡмау, заманса технологиялы етештереү ойоштороу, предприятиеларҙың конкуренцияға һәләтен үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа өҫтөнлөк биреү йәһәтенән етди бурыстар ҡуйыла.
Был, һис шикһеҙ, уҙып барған йылдың иң сағыу сәйәси документтарының береһе. Президент даими иғтибар һәм тиҙ арала яйға һалыуҙы талап иткән өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе билдәләй. Ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн беҙгә бергәләп һөҙөмтәле эшләргә кәрәк.