“Президент дөрөҫ йүнәлеш бирҙе”14.12.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенә аңлатма бирҙе. Республика башлығы Кремль һарайында Мөрәжәғәтнамәне халыҡҡа еткереү тантанаһында ҡатнашҡайны.

— Минеңсә, Владимир Владимирович аныҡ эш итеү йәһәтенән бик дөрөҫ йүнәлеш бирҙе, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк башлығы, муниципаль власть кешеләргә иң яҡыны, тип билдәләне. Ул бер яҡтан халыҡ өсөн асыҡ, икенсе яҡтан күп проблемаларҙы хәл итеү өсөн финанс, матди, ойоштороу сығанаҡтарына эйә булырға тейеш.
— Белеүебеҙсә, бөгөн урындағы власта был атрибуттарҙың бөтәһе лә бар тип әйтеп булмай: аҡса аҙ, урам таҙартыу йәки ҡалдыҡтарҙы ситкә сығарыу өсөн техника һатып алырға мөмкинлеге юҡ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостан Президенты, мәсьәләләрҙе федераль һәм төбәк һалымдарын ҡайтанан урындағы власть файҙаһына бүлеү юлы менән хәл итергә мөмкин, тип билдәләне.
— Власть системаһының эсендәге ҡайһы бер йүнәлештәрҙе ентекле тикшерергә, үҙгәртергә, кәрәклеләрен һаҡлап ҡалырға, нығытырға кәрәк, — тине республика башлығы.


Вернуться назад