"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитетында "Уңайлы хоҡуҡи мөхит" тигән яңы проект менән таныштырыу сараһы булды.
Башта күҙалланыуынса, проект эшҡыуарҙарҙы, тотош бизнесты яҡлауға, ошо өлкәләге ихтыяждар, проблемалар тураһында мәғлүмәт алыуға, илдәге иҡтисади эшмәкәрлекте көйләү мәсьәләһендәге хаталарҙы төҙәтеүгә йүнәлтелергә тейеш ине. Ләкин һуңыраҡ башланғыстың авторҙары дәүләттәге уңайлы хоҡуҡи мөхиттең һөҙөмтәлелек, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү нигеҙе булыуына инанды. Шуға күрә проекттың эше иҡтисади мәсьәләләргә, ябай халыҡ өсөн уңайлы хоҡуҡи мөхит булдырыуға, Рәсәйҙәге суд системаһына арналған өс тармаҡҡа бүленде.
— Проекттың иң элек Башҡортостанда тормошҡа ашырылыуы осраҡлы түгел. Беренсенән, уның координаторы Рафаэль Мәрҙәншин ошо республикала тыуып үҫкән. Икенсенән, бында партияның республика ойошмаһы уңышлы эшләй. Өсөнсөнән, төбәк бүлексәһе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә һәм уны үҫтереүгә йүнәлтелгән шәхси проекттарын бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашыра, — тип билдәләне "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов, кәңәшмәне асып.
Дәүләт Думаһы депутаты, "Уңайлы хоҡуҡи мөхит"тең координаторы Рафаэль Мәрҙәншин яңы проект менән таныштырып, уның ил, шулай уҡ төбәк кимәлендәге әһәмиәтен билдәләне.
— Проектты төҙөү идеяһы осраҡлы түгел. Үҙем эшҡыуар булған саҡта байтаҡ ҡыйынлыҡтар менән осрашырға тура килде. Эшҡыуарҙарҙың тормошон еңеләйтерлек идеяларымды, башланғыстарымды закон сығарыусыларға еткереү еңелдән түгел ине. Хәҙер тәҡдимдәре менән "Уңайлы хоҡуҡи мөхит" проектына һәр кеше мөрәжәғәт итә ала. Улар мотлаҡ ҡараласаҡ. Эшҡыуарҙарҙың башланғысы ысынлап та эшлекле икән, иҫәпкә аласаҡбыҙ, — тине Рафаэль Мәрҙәншин.
Әлегә Башҡортостан — Рәсәйҙә партия проекты ғәмәлгә ашырыла башлаған икенсе төбәк. Йыл аҙағына тиклем уға Липецк, Әстрхан, Санкт-Петербург һәм Псков ҡушыла. Әле эшҡыуарҙар менән бер нисә осрашыу, "түңәрәк өҫтәл" үткәрелде, уларҙа предприятиеларҙы рейдерҙарҙың баҫып алыуына бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
Яңы проекттың бурысы — граждандарыбыҙҙың дөйөм хоҡуҡи белем кимәлен күтәреү, уларҙы закон сығарыу эшмәкәрлегенә йәлеп итеү. Теләге булған һәр кем
[email protected] электрон адресына тәҡдимен ебәрә ала. Проект тормошҡа ашырылған төбәктәрҙә урындағы парламент депутаттарына координатор бурысы йөкмәтелә. Башҡортостанда был вәкәләт Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рөстәм Мөсәбировҡа ышанып тапшырылды.