2012 йылдың 1 ғинуарынан “Юридик шәхестәрҙең айырым төрҙәре тарафынан тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу тураһында”ғы 223-сө Федераль закон көсөнә инде.
Ул юридик шәхестәрҙең айырым төрҙәре, шул иҫәптән тәбиғи монополиялар субъекттары, дәүләт (муниципаль) унитар предприятиелары, автономлы учреждениелар, устав капиталында дәүләт (муниципаль) ҡатнашлығы өлөшө 50 проценттан юғарыраҡ булған хужалыҡ йәмғиәттәре, шулай уҡ юридик шәхестәрҙең бүлендек йәмғиәттәре тарафынан тауарҙар, эштәр һәм хеҙмәттәр һатып алыуҙы яйға һала.
Закон шулай уҡ һатып алыуҙарҙың дөйөм принциптарын билдәләй. Уға ярашлы заказсы 100 мең һумдан ашыу күләмгә тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алғанда конкурентлы алымдар һәм процедуралар ҡулланылырға тейеш. Уларҙың йөкмәткеһе Һатып алыуҙар тураһындағы положение менән көйләнә. Ҡануниәт талаптарына ярашлы, заказсыларға ошо положениены эшләү бурысы йөкмәтелә. Документта һатып алыуға талаптар, килешеүҙәр төҙөү һәм үтәү тәртибе күрһәтелә.
А. ХӘЛИЛОВ.