Рөстәм Хәмитов — Мәскәүҙә13.12.2013
12 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһау тантанаһында ҡатнашты.

Ҙур Кремль һарайының Георгий залында уҙғарылған сараға Федерация Советы, Хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Конституция, Юғары һәм Арбитраж судтарҙың етәкселәре, губернаторҙар, төбәктәрҙәге закон сығарыу йыйылышы рәйестәре, конфессия башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән төбәктәрҙәге йәмәғәт палаталары, киң мәғлүмәт саралары етәкселәре йыйылды.
Шулай итеп, Мөрәжәғәтнамә 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тарафынан тауыш биреү һөҙөмтәһендә ҡабул ителгән Рәсәй Конституцияһына 20 йыл тулған көндә яңғыраны.


Вернуться назад