Замандан ҡалышмайҙар10.12.2013
Рәсәй Федерацияһында һайлау системаһы барлыҡҡа килеүгә 20 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә мөһим саралар уҙғарылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтар илдең төрлө төбәктәренән килде, улар араһында Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев, комиссия ағзаһы Нина Кулясова, шулай уҡ Татарстан, Удмурт, Сыуашстан республикаларынан, Камчатка һәм Пермь крайынан, Һамар, Ульяновск, Калининград, Ырымбур өлкәләренән һайлау комиссиялары рәйестәре бар ине.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, быйыл көҙ уҙғарылған һайлауҙан һуң республика парламентында партиялар һаны артыуы күҙәтелде.
— Сәйәси фирҡәләр әүҙемләшеү менән һайлау комиссияларының эше лә ауырлаша. Тик был беҙгә кәрәк. Төп бурысыбыҙ — кешене иҡтисади һәм сәйәси процестарға йәлеп итеү. Илебеҙ граждандары ситтән генә күҙәтеп ултырмаһын, ә дәүләттең үҫешендә ҡатнашһын ине, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президент белдереүенсә, киләсәктә һайлауҙар күп буласаҡ, һәр ҡайһыһы шундай уҡ хистәр ҡайнауы менән үрелеп барасаҡ.
— Һайлау үтә күренмәлелек, ихтыяр белдереү азатлығы йәһәтенән камиллыҡҡа ынтылырға тейеш. Беҙ республикала был тармаҡтағы бар яңылыҡтарҙы ла файҙаланыр тырышабыҙ. Әлбиттә, дәғүә менән сығыш яһаусылар ҙа бар, тик тормош шундай: бөтә фекерҙәрҙе лә иҫәптә тоторға кәрәк, — тине ул.
Рөстәм Хәмитов республика һайлау системаһының алдынғы хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев конференцияның әһәмиәте тураһында әйтеп үтте.
— Конференция дәүләт эшмәкәрҙәрен, фән һәм практика вәкилдәрен берләштерҙе. Беҙгә дөйөм хеҙмәттәшлеккә йомғаҡ яһарға, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләшергә, алға яңы пландар билдәләргә кәрәк, — тине ул. — 2013 йыл беҙҙең дәүләт өсөн мөһим. Төп Законға — Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм хәҙерге Рәсәйҙең һайлау системаһына егерме йыл тула. Тап Конституцияны ҡабул итеү дәүләтебеҙҙең яңы һайлау системаһына нигеҙ булды.
Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев үҙ сығышында 2014 йылда һайлау системаһын яңыртыу буйынса пландар тураһында һөйләне.
— Киләһе йылда республиканың барлыҡ һайлау участкалары тауыш биреү өсөн үтә күренмәле йәшниктәр менән йыһазландырылырға тейеш. Бынан тыш, беҙ һайлау участкаларында автоматлаштырылған эш урындарын булдырыу проектын тормошҡа ашыра башларға әҙерләнәбеҙ, — тине ул.
Бындай система тәүҙә йөҙ участкаға индерелер тип күҙаллана, унда электрон протокол тултырыу мөмкинлеге буласаҡ. Леонид Ивлев белдереүенсә, был система эшләгән урында участка комиссияһы ағзаларына территориаль комиссияға барыу кәрәкмәйәсәк. Электрон протокол шунда уҡ тәүҙә территориаль, шунан үҙәк һайлау комиссияһына ебәреләсәк.
— Башҡортостанда тауыш биреү кампаниялары уҙғарыу буйынса ҙур тәжрибә тупланған, шуға күрә апрелдә Өфөлә Волга буйы һәм Урал федераль округтары һайлау комиссиялары өсөн семинар уҙғарырға планлаштырабыҙ, — тине ул.
Леонид Ивлев Хәйҙәр Вәлиевкә һәм комиссия ағзаһы Рөстәм Бикмәтовҡа Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамотаһын тапшырҙы.
Төбәк-ара кимәлдә ойошторолған конференция эшендә видеобәйләнеш аша муниципаль хакимиәт башлыҡтары, район һәм ҡала советтары рәйестәре һәм секретарҙары, республиканың территориаль һәм участка һайлау комиссиялары рәйестәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм башҡалар ҡатнаша алды. Улар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, Мәскәү ҡунаҡтарына һорау бирҙе.
Артабан конференция эше секцияларҙа дауам итте.