Илфат Ғәлләмовҡа ышаныс күрһәтелде10.12.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Илфат Ғәлләмовты республиканың Архив эштәре идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләне.

Илфат Вәис улы Ғәлләмов 1955 йылда Балаҡатай районының Иҫке Масҡары ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1972 йылда Балаҡатай районындағы Билән совхозында эшсе булып башлаған. Әлегә тиклем Башҡортостандың Архив эштәре идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарҙы.


Вернуться назад