Тырышлыҡ һәм хәстәрлек емеше10.12.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тәтешле һәм Балтас райондарына эш сәфәре барышында урындағы етештереү һәм социаль өлкә объекттарын ҡарап сыҡты.

Эш тә, аш та бар

Үрге Тәтешле ауылында Рөстәм Хәмитов полистирол-бетон блоктар, металдан мейес, ҡапҡа, ҡоймалар етештергән “МегаБит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең базаһын ҡараны, күпме кеше эшләүе, уртаса хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Ойошма етәксеһе Камил Ибәтуллин әйтеүенсә, предприятиела 115 кеше мәшғүл. Эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы — 19 мең, иретеп йәбештереүселәрҙеке — 23 мең һум. Әле компания бер нисә объект, шул иҫәптән биш торлаҡ йорт һәм сауҙа үҙәге төҙөй. Йыл башынан алып ойошма үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға 17 миллион һумдан ашыу аҡса тотонған.
Артабан Рөстәм Хәмитов эшҡыуар Рәүис Дилмөхәмәтовтың етештереү майҙансығында булды. Бында төҙөлөш материалдары, шул иҫәптән профнастил, пеноблок, тимер-бетон ҡулса, тротуар плиткаһы, тәҙрә быялаһы пакеттары етештерәләр. Предприятиела биш цех бар. Эшселәр һаны 70 кешенән ашыу, уртаса хеҙмәт хаҡы — 24 мең һум.
Башҡортостан Президенты, бер йыл элек асылған “Алисс” үҙәгенә инеп, мебель етештереү менән шөғөлләнгән урындағы эшҡыуарҙың сауҙа нөктәһен ҡарап сыҡты, йыһаздарына ихтыяждың булыу-булмауы, ассортимент менән ҡыҙыҡһынды. Үрге Тәтешлеләге аҙыҡ-түлек супермаркеттарының береһендә төбәк башлығы урындағы етештереүселәрҙең тауарын ҡараны. Кәштәләрҙә күрше төбәктәрҙән килтерелгән аҙыҡ-түлек өҫтөнлөк итеүе асыҡланды.

Халыҡты спортҡа ылыҡтырыу мөһим

Рөстәм Хәмитов артабан Үрге Тәтешле ауылындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булды. 1957 йылда һалынған бер ҡатлы ағас бина заман талаптарына яуап бирмәй. Мәктәптә 11 спорт төрө, шул иҫәптән көрәш, баскетбол, хоккей менән шөғөлләнәләр. Республика Президенты урындағы хакимиәткә спорт мәктәбенең яңы бинаһы проектын эшләргә ҡушты.
Тәтешле районы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе менән әңгәмәлә төбәк башлығы еңел атлетиканы танытыу зарурлығына иғтибар йүнәлтте.
— Еңел атлетика — күмәк спорт төрө. Уға кешеләрҙе күпләп йәлеп итергә кәрәк. Хоккейҙан айырмалы (кәрәк-яраҡтары ҡиммәт), еңел атлетика менән барыһы ла шөғөлләнә ала, — тине ул.
Үрге Тәтешлелә Президент шулай уҡ “Спорт планетаһы” физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡараны. Объектта төҙөлөш эштәре тулыһынса тамамланған, спорт ҡоролмаһы халыҡты ҡабул итергә әҙер. Комплексты төҙөүгә 140 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Уны Башҡортостан Хөкүмәте менән “Система” компанияһы араһындағы килешеүгә ярашлы “Башнефть” йәмғиәте финанслаған. Урындағы хакимиәт вәкилдәре менән бассейн кеүек объекттарҙы тәртиптә тотоу мәсьәләһе буйынса фекер алышҡанда, Рөстәм Хәмитов сығымдарҙы кәметеү зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте. Әле һәр район үҙәгендә тиерлек бассейн бар, йыл һайын уларҙы хеҙмәтләндереүгә 300 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Төбәк башлығы сығымды кәметеү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты, шул уҡ ваҡытта бассейндың уҡыусылар өсөн бушлай, ә пенсионерҙар өсөн льготалы булырға тейешлеген билдәләне.
Артабан Президент “Йәйғор” балалар баҡсаһына юлланды. Бында реконструкция бер йыл элек үткәрелгән. Әле баҡсаға Үрге Тәтешленән 196 бала йөрөй. Рөстәм Хәмитов төркөмдәрҙе ҡарап сыҡты.

“Көньяҡ”та хәлдәр нисек?

Иҫке Балтас ауылында төбәк етәксеһе “2008—2012 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү” дәүләт программаһын һәм пилот проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы төҙөлгән Көньяҡ биҫтәһендә булды. Бында йәшәү өсөн инфраструктура булдырылған: 70 урынлыҡ балалар баҡсаһы, 90 урынлыҡ башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, инженерлыҡ системалары комплексы төҙөлгән. Республика Президенты башланғыс мәктәптә спорт залын, компьютер, лингафон кластарын ҡарап сыҡты. Уҡытыусылар уға балаларҙың дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөүе хаҡында һөйләне. Республика башлығы үҙ сиратында Интернеттың тиҙлеген арттырырға тәҡдим итте. Балалар баҡсаһында Рөстәм Хәмитов төркөмдәрҙе ҡараны, төҙөлөш эштәренең сифатын баһаланы.
Сәфәр барышында Президент шулай уҡ биҫтәлә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө менән танышты. Проекттың хаҡы — 96 миллион һум, объекттың майҙаны — 4,5 мең квадрат метр. Комплекста бассейн, тренажер, гимнастика залдары, кейем алмаштырыу һәм душ бүлмәләре булдырыу ҡаралған.
— Был — мөһим объект, уның төҙөлөшөн контролдә тотасаҡмын. Һынатмағыҙ, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә.
Проект буйынса Көньяҡ биҫтәһендә 218 ғаилә йәшәйәсәк. Төҙөлөштөң смета хаҡы 259 миллион һум самаһы тәшкил итә, шуның 86,4 миллионы — федераль ҡаҙнанан, 172,6 миллион һумы республика бюджетынан бүленә.


Вернуться назад