Хеҙмәт ҡыуаныс килтерһен05.01.2012
Баҫма продукция етештереүҙең бөтә төрөн үҙ эсенә алған техника тармағы — полиграфия — үтә үҙенсәлекле өлкә. Төрлө химик элементтар, айырыуса кеше сәләмәтлеге өсөн зарарлы ҡурғаштың ҡулланылыуы ошо өлкәлә эшләүселәрҙең хеҙмәтен ойоштороуға, һаҡлауға даими иғтибар талап итте.
Яңы заманса технологиялар күптән инде ҡурғашты ла, тауышлы линотип машиналарын да ҡыҫырыҡлап сығарҙы, алмашҡа һанлы машиналар, камиллашҡан ҡорамалдар килде.
Бөгөн тармаҡта эш шарттары нисек, санитария-гигиена талаптары үтәлеше, профессиональ сирлеләр артыуы күҙәтелмәйме? Башҡортостан Хөкүмәтендә хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында ошо хаҡта йәнле фекер алышыу булды.
Туҡһанға яҡын ойошмала эшләүсе 7 мең хеҙмәткәрҙең яртыһынан күбеһен ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Евгений Степановтың әйтеүенсә, полиграфия сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һаман да зарарлы шарттарҙа эшләүен дауам итә. Оҙаҡ ваҡыт көслө, шау-шыулы, туҙанлы, насар яҡтыртылған бинала эшләү, санитария-гигиена талаптарының тупаҫ боҙолоуы йыш ҡына сиргә, инвалидлыҡҡа алып килә. “Хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеген биш йылға бер тапҡыр мотлаҡ тикшертергә тейешле ойошма етәкселәренең ғәмһеҙлеге, вайымһыҙлығы менән килешеү мөмкин түгел”, — тип белдерҙе Евгений Георгиевич. Мәҫәлән, Өфө полиграфия комбинатында тауыш билдәләнгән нормативтарҙан байтаҡҡа юғары, ҡағыҙ туҙанының күплеге санитария-гигиена талаптарын боҙа. Ғөмүмән, исемлекте артабан да дауам итергә мөмкин булыр ине: “Стәрлебаш шишмәләре”, Стәрлетамаҡ ҡала типографиялары, “Салауат” редакция-нәшриәт комплексы... Етештереүгә контроллек итеү программалары тейешле талаптарға яуап бирмәгән, елләтеү-йылытыу ҡорамалдарын тәртиптә тотоу буйынса инструкциялар булмаған, хеҙмәт шарттары буйынса эш урындарын аттестациялау үткәрелмәгән предприятиелар ҙа байтаҡ икәнлеге асыҡланған.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе Фидус Ямалетдинов, кәңәшмәгә саҡырылған 16 ойошма вәкиленең ни бары бишеһенең генә ҡатнашыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, хеҙмәт дисциплинаһының аҡһауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Полиграфия өлкәһендәге ҡайһы ғына предприятиены алып ҡарама, эш шарттарын яҡшыртыу буйынса һәр береһенә тәнҡит һүҙе етерлек, тине кәңәшмәлә сығыш яһаусылар. Шау-шыулы, насар яҡтыртылған цехтарҙа эшләүселәр өсөн ҡыҫҡартылған эш көнө, өҫтәмә ял биреү мәсьәләләрен дә күтәрҙе улар.
— Зарарлы технологиялар урынына яңылары, замансалары алмашҡа килһә лә, әле тармаҡта сәләмәтлеккә кире йоғонто яһаусы факторҙар етерлек, — тине Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры Әхәт Бакиров. — Электромагнит тәьҫире, тауыш, аптечка һәм шәхси һаҡланыу сараларының юҡлығы, хәүефһеҙлекте һанға һуҡмау — барыһы ла кеше һаулығына ҙур зарар килтерә. Эш биреүсе тәү сиратта хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеген хәстәрләргә бурыслы. Ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау буйынса эш тә ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип иҫәпләйем.
Башҡортостан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова 2009 — 2011 йылдарға хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу һәм һаҡлау буйынса маҡсатлы республика программаһының барышы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Киләһе биш йылға раҫланған сираттағы программаны финанслау күләмен байтаҡҡа арттырыу ҡарала, ул 4,7 миллион һум тәшкил итәсәк.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар хеҙмәт шарттарын һаҡлау буйынса башҡаларға яҡшы өлгө, тәжрибә майҙансығы булырлыҡ предприятие ойоштороу, эш биреүселәрҙең кеше именлеген хәстәрләү буйынса социаль яуаплылығын арттырыу тураһында үҙҙәренең тәҡдимдәрен еткерҙе.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Вернуться назад