Хөкөм эше — көтөм эше07.12.2013
Былай тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Иркенән мәхрүм ителгән кешеләргә ҡайһы саҡта үҙ хоҡуҡтарын яҡлау ауырға төшә. Төрлө ергә ебәрелгән хаттар оҙаҡ йөрөй, ә ваҡыт үтә. Шул саҡта уларға Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ярҙамға килә лә инде.

Ошо көндәрҙә баш ҡалала Башҡортостандың Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһының яңыртылған составы “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт контроле” тигән уҡыу-методик семинарға йыйылды. Сарала төрлө министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
Быйыл комиссияға 164 мөрәжәғәт килгән, уларҙың барыһына ла төплө яуап бирелгән. Комиссия ағзалары 23 тапҡыр төрмәләргә сығып, урында кеше хоҡуҡтарының үтәлеү-үтәлмәүен тикшергән, төрлө акциялар ойошторған.
Семинарҙа Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов сығыш яһаны. “Миңә килгән мөрәжәғәттәрҙең 35 проценты — иркенән мәхрүм ителеүселәрҙән. Уларҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Күпселек осраҡта эш менән тәьмин итеү, медицина ярҙамы алыу, туберкулез менән ауырыусыларға иғтибар етешмәү мәсьәләләре ҡуҙғатыла”, – тине ул.
Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе Олег Ғәлин билдәләүенсә, иркенән мәхрүм ителеүселәрҙең мәсьәләләрен урында уҡ хәл итеү өсөн бөтә министрлыҡтар һәм ведомстволарға тығыҙ бәйләнештә эшләргә кәрәк.


Вернуться назад