Республика йыйынға әҙерләнә07.12.2013
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ИТАР-ТАСС-тың төбәк бюроһында уҙғарылған матбуғат конференцияһында хәбәр итеүенсә, ШОС һәм БРИКС саммиттары Өфөлә 2015 йылдың июнь аҙағы йәки июль башында үтәсәк.

Әлегә аныҡ дата билдәләнмәгән. Саммиттарға әҙерлек эше планға ярашлы бара, сараны икенсе ҡалаларға күсереү өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ, тип хәбәр итте Салауат Тәлғәт улы. Өфөлә ҡунаҡханалар төҙөү, ғәмәлдәгеләрен төҙөкләндереү дауам итә. Был ҡаҙна аҡсаһын файҙаланмайынса, шәхси инвесторҙар иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Өфөләге Конгресс-холда ла эш туҡталмай. Бында делегациялар, Президент, шулай уҡ һөйләшеүҙәр өсөн бүлмәләр, милли штаб йыһазландырыла. Бинаның беренсе һәм икенсе ҡаттары үҙгәрмәйәсәк.
— Беҙ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС-тың быйылғы форумдарында, G20 ултырышында булдыҡ, Дурбан, Бишкәк һәм Санкт-Петербургта ошондай сараларҙың ойошторолоуы менән ентекле таныштыҡ. 2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС дәүләттәре башлыҡтарының осрашыуын тейешле кимәлдә уҙғара алыуыбыҙға инандыҡ, — тине Салауат Сәғитов.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарының фекеренсә, саммиттар үткәреүҙең бер маҡсаты — республиканы Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә танытыу. Быйыл ғына ШОС һәм БРИКС илдәрендә ҙур күләмле дүрт сара уҙғарылды. Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан эшҡыуарҙары менән мөнәсәбәттәрҙә билдәле бер уңышҡа өлгәшелде. Астанала Башҡортостан Республикаһы көндәре һөҙөмтәле үтте. ШОС һәм БРИКС илдәрендәге киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн быйыл Халыҡ-ара фотохәбәрселәр туры, Халыҡ-ара йәш журналистар, блогерҙар һәм фотохәбәрселәр форумы уҙҙы.
Саммиттар ваҡытында ойоштороусыларға Башҡорт дәүләт һәм медицина университеттарынан 500-гә яҡын ирекмән ярҙам итәсәк.


Вернуться назад