Байрам айҡанлы тәбрикләнделәр06.12.2013
Рәсәй Федерацияһында һайлау системаһы барлыҡҡа килеүгә – 20 йыл. Ошо дата айҡанлы Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы байрам саралары ойошторҙо.

4 декабрҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһында тантаналы ултырыш булды, уның эшендә республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Фидус Ямалетдинов ҡатнашты.
Хәйҙәр Вәлиев бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлау кампанияһына йомғаҡ яһаны, Рәсәйҙә һайлау системаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫешеүе тураһында һөйләне. Ҡотлау телмәре менән залдағыларға Константин Толкачев та мөрәжәғәт итте.
Тантаналы йыйылыш барышында Үҙәк һайлау комиссияһы ойошторған конкурстарға йомғаҡ яһалды, шулай уҡ Константин Толкачев тауыш биреүҙе ойоштороусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Журналистар араһында ойошторолған ижади конкурс еңеүселәре лә тәбрикләнде.

* * *

Кисә лә юбилей айҡанлы байтаҡ саралар булды. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәҙерге Рәсәйҙең һайлау системаһына 20 йыл тулыуға арнап үткәрелгән төбәк-ара конференция эшендә ҡатнашты.

— Республика халҡы сәйәси тормошта йышыраҡ ҡатнаша башланы. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа ла әүҙемлек күренде. Бөгөн республика парламентында алты партия эшләй. Был хөрт түгел, төрлө фекерҙәр, идеялар бер яҡшы һөҙөмтәгә килтерер тип ышанабыҙ, — тине ул. — Тауыш биреүҙе ойоштороу еңел түгел. Беҙҙең һайлау комиссияһында профессионалдар эшләй. Ниндәй генә хәл булһа ла, көсөргәнеште еңә алаһығыҙ.
Рөстәм Хәмитов республиканың һайлау системаһында эшләгән алдынғы хеҙмәткәрҙәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.


Вернуться назад