Сираттарҙан арынырға ваҡыт06.12.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп йүнәлешле үҙәктәр селтәрен үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция рәүешендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
“Бурыс — 2015 йыл аҙағынаса халыҡтың 90 процентын “Берҙәм тәҙрә” принцибына ярашлы хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итергә. Бының өсөн күп йүнәлешле үҙәктәр һанын өсләтә арттырырға кәрәк”, — тине Дмитрий Медведев.
Ил Хөкүмәте Премьер-министры белдереүенсә, 1 декабргә Рәсәйҙә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүсе 848 үҙәк теркәлгән. Уларға Рәсәй халҡының өстән бер өлөшө мөрәжәғәт итә алған. Дмитрий Медведев әйтеүенсә, күп йүнәлешле үҙәктәр селтәрен халыҡҡа уңайлы итеп ойошторорға кәрәк, кешеләр ҡала буйлап эҙләнеп йөрөмәҫкә тейеш. Һәр ҡала округында һәм муниципалитетта документ ҡабул итеү һәм тапшырыуҙың берҙәм пунктын асыу шарт. “Беҙ был бурысты стратегик йөкләмә рәүешендә ҡарайбыҙ, — тине Хөкүмәт башлығы. — Граждандарҙы белешмә ҡағыҙы артынан төрлө инстанцияларға йөрөүҙән, сират тороуҙан арындырырға кәрәк. Бындай сараларға бер нисә сәғәт, хатта тәүлек китә”.
Әле Башҡортостанда ошондай үҙәктәрҙең алты офисы эшләй, йыл аҙағына тиклем уларҙың һанын 15-кә еткереү ҡарала. Был маҡсатҡа быйыл республика ҡаҙнаһынан 572 миллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостанда халыҡтың 34,7 проценты күп йүнәлешле үҙәктәр хеҙмәтенән файҙалана.