Тыуған көн файҙалы үтте04.12.2013
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының барлыҡҡа килеүенә — 12 йыл. Ошо айҡанлы баш ҡалала һәм Мишкә районында эшлекле саралар уҙғарылды.
Дмитрий Медведевтың Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Иршат Фәхретдинов, Александр Дегтярев, Павел Качкаев, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин халыҡты ҡабул итте. Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Мишкә районы кешеләре менән осрашһа, Сәлиә Мырҙабаева “Аҡбуҙат” шифаханаһында булды.
Халыҡтың депутаттарға һорауы байтаҡ ине. Иршат Фәхретдиновҡа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, Орджоникидзе районының ветерандар советы рәйесе урынбаҫары мөрәжәғәт итте. Ул хәрби иптәштәренең ихтыяждары, проблемалары тураһында әйтте, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләргә кәрәклеген белдерҙе. Шулай уҡ унан Афғанстандағы, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар ярҙам һораны.
Сергей Афонин Дмитрий Медведевтың ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡ менән тәүге тапҡыр осрашты.
— Бында беҙ күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп кенә ҡалмайбыҙ, ә шунда уҡ проблеманы хәл итә башлай алабыҙ, — тине ул.
Павел Качкаевҡа ла күптәр килде. Өфө ҡалаһының Герцен урамында йәшәүселәр йорттарының авария хәлендә икәнлеген таныуҙы, икенселәре Ибраһимов бульварындағы 21-се йортҡа йылы һыу тоташтырыуҙы һораны.
Александр Дегтяревҡа шулай уҡ баш ҡала кешеләре килеп, фәнгә ҡағылышлы үтенестәрен еткерҙе.
Сәлиә Мырҙабаева иһә, “Аҡбуҙат” шифаханаһына барып, балалар һәм уларҙың ата-әсәһе менән осрашты. Аралашыу һорау-яуап рәүешендә уҙҙы.