“Ҡыҙыл таш” йөҙҙө ҡыҙартмаҫ03.12.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ауырғазы районына һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһына ла эш сәфәре менән барып ҡайтты.

Талбазы ауылында республика етәксеһе керамик кирбес һәм блок етештереүсе “Ҡыҙыл таш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эше менән танышты. Завод бер ай элек сафҡа индерелгән. Әлегә проект ҡеүәтенең 25 процентына эшләһә, аҙаҡ йылына 80 миллион кирбес сығара аласаҡ ул. Предприятиеның эшмәкәрлеге йыл һайын 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеген бирәсәк тип көтөлә. Сеймал Талбазылағы кирбес балсығы ятҡылығында сығарыла.
— Проект ҡеүәтенә сығырға һәм эште башларға кәрәк, — тине республика етәксеһе. — Дөйөм алғанда, завод ыңғай баһаға лайыҡ, ул сығарған кирбес сифатлы. Райондағы иң ҙур предприятиела 200 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Хәҙер киләһе аҙымды яһарға — Архангел районында керамик стена материалдары заводы һалырға — кәрәк. Башҡортостанда инвестиция проекттарына һәр саҡ ярҙам күрһәтергә, ташлама бирергә әҙербеҙ.
Рөстәм Хәмитов белгестәрҙән Рәсәйҙә ошондай нисә предприятие булыуы хаҡында һораны.
— Тиҫтәгә лә тулмай, — тине “Мегастройсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Айрат Исаев. — Баҙарҙа беҙҙең продукцияға ихтыяж ҙур.
Артабан республика Президенты Стәрлетамаҡтағы Еңеү паркын реконструкциялау барышы менән танышты. “Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль берәмектәрҙең социаль проекттарына булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы Айырым маҡсатлы социаль программалар фонды йәйәүлеләр юлын төҙөкләндереүгә, бәләкәй архитектур формаларҙы, һәйкәлде яңыртыуға 15 миллион һум аҡса бүлгән. Бынан тыш, ҡала халҡынан һәм эшҡыуарҙарҙан йыйылған 2 миллион һумдан ашыу хәйриә аҡсаһы “Мәңгелек ут” мемориаль комплексын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.


Вернуться назад