Бюджет ҡабул ителде30.11.2013
Ошо көндәрҙә республика парламенты депутаттарының өсөнсө ултырышы булды. Көн тәртибенә алтмышҡа яҡын мәсьәлә сығарылды.
Хөкүмәт сәғәтендә депутаттар республиканың Мәғлүмәт технологиялары агентлығы етәксеһе Илдар Ямаловтың сығышын тыңланы. Ул дәүләт власы һәм муниципаль райондарҙың урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегендә заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу тураһында һөйләне. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегенә арналған доклад тыңланды, дүртенсе йыйылышҡа кандидаттар билдәләнде.
Депутаттар егерменән ашыу закон проектын ҡараны, уларҙың бер нисәүһе закон статусын алды. Киләһе йылға республика бюджеты ҡабул ителде, 2015, 2016 йылдарға яҡынсаһы ҡаралды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Регламентына үҙгәрештәр индерелде. Тағы ла бер ҡабул ителгән законға ярашлы, парламент комитеттары янында даими эксперт органдары эшләйәсәк. Уның эсенә депутаттар, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары, ғалимдар, белгестәр инәсәк.