Фекереңде әйт23.11.2013
Рәсәйҙә һайлау бюллетендәренә “Бөтәһенә лә ҡаршы” графаһын индереү-индермәү мәсьәләһе әүҙем тикшерелә. Был проект буйынса Башҡортостан халҡы ла үҙ фекерен әйтә ала.
16 октябрҙә Федерация Советы Дәүләт Думаһына “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарын бөтә кандидаттарға (кандидаттар исемлегенә) ҡаршы тауыш биреүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын тәҡдим иткәйне. Проект авторҙарының фекеренсә, яңы графа Конституция менән билдәләнгән һайлау хоҡуҡтарының тиңлеген тулыраҡ тормошҡа ашырыу, граждандарға үҙ ихтыярын анығыраҡ белдереү мөмкинлеген бирәсәк.
Был власҡа, партияларға, йәмғиәткә илдәге сәйәси көстәрҙең ҡеүәтен, кешеләрҙең кәйефен асыҡлауға булышлыҡ итәсәк. Закон проекты менән Федерация Советының рәсми сайтында танышырға һәм фекер алышыуҙа ҡатнашырға була.