Депутаттар хупланы23.11.2013
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәҡдим иткән “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Документ коррупция күренештәрен юҡ итеүгә йүнәлтелгән һәм дәүләт вазифаларын башҡарған кешеләр өсөн өҫтәмә сикләүҙәр индереүҙе күҙаллай.
Проектты депутат Рафаэль Мәрҙәншин тәҡдим итте. Рәсәй Хөкүмәте лә был идеяны тулыһынса яҡланы.
Дәүләт Йыйылышы “Рәсәй Федерацияһында муниципаль хеҙмәт тураһында”ғы, “Аудитор эшмәкәрлеге тураһында”ғы, “Рәсәй Федерацияһы субъекттарында һәм муниципаль берәмектәрҙә контроль-иҫәп органдарын ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлегенең дөйөм принциптары тураһында”ғы федераль закондарҙа коррупцияға юл ҡуйған факторҙы тапҡан. Парламентарийҙарҙың фекеренсә, был норматив акттарҙы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә алғанда сикләүҙәрҙе ғәмәлгә индереүгә ҡағылышлы яңылыҡ менән тулыландырырға кәрәк. Дәүләт хеҙмәте өлкәһендә “ғаилә бизнесы”на ҡаршы көрәш бүтән норматив акттарҙа ҡаралған, ләкин был өс законда ниңәлер түрә балаларының ире йәки ҡатыны сикләүҙәр исемлегенән төшөп ҡалған.
Әле юғары закон сығарыу органында Дәүләт Йыйылышы индергән тағы ла дүрт закон проекты ҡарала. Улар “Рәсәй Федерацияһында муниципаль хеҙмәт тураһында”ғы, “Коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында”ғы, “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы федераль закондарға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереүҙе күҙ уңында тота.