Рәсәй Президенты Указына ярашлы, Михаил Тарасенко алты йылға Башҡортостан Юғары суды рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Суд рәйесе ярҙамсыһы Елена Макушина ошо хаҡта хәбәр итте. Михаил Тарасенко тәүге тапҡыр был вазифаға 2007 йылда тәғәйенләнгәйне, артабан да ул вазифаһын башҡарыуҙы дауам итәсәк.