Ҡайҙа нескә – шунда өҙөлә22.11.2013
Ҡайҙа нескә – шунда өҙөләРәсәй Президенты В. Путиндың 12 декабрҙә Федераль Йыйылышҡа тәҡдим итәсәк Мөрәжәғәтнамәһендә милләт берлеге төп йөкмәтке буласаҡ, тип хәбәр итә “Утро.ру” интернет-гәзите. “Берҙәм Рәсәй” һәм “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси фирҡәләренән бер төркөм депутат Дәүләт Думаһы ҡарауына сепаратизмды һәм Рәсәйҙең бөтөнлөгөн емереүҙе пропагандалаған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында закон проекты индерә, тип яҙа “Новые известия”. Бөтә донъя урыҫ халҡы соборында сығыш яһап, Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Кирилл: “Әгәр ҙә күпселекте тәшкил иткән урыҫтарҙың фекере артабан да иҫәпкә алынмаһа, унан Рәсәйҙе емерергә тырышыусылар ғына отасаҡ”, — тип белдерҙе. “Граждандарҙы символдарға ғына түгел, патриотик тойғоларға ла ҡайтарасаҡбыҙ!” – быныһы В. Путиндың конституцион-хоҡуҡи фәндәр кафедралары мөдирҙәре менән илдең Төп Законы һәм халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса фекер алышыуҙа әйткән һүҙҙәре. Барыһы ла милли проблема менән бәйле һуңғы осорҙа булып үткән хәлдәргә ҡағылыуы йәһәтенән әһәмиәтле.

“Күк күкрәмәһә, мужик суҡынмай”

Шулай тигән урыҫ халыҡ әйтеме бар. Үрҙә телгә алынған хәл-күренештәрҙең теге йәки был даирәлә ҡыҙыҡһыныу уятыуының сәбәбе өлөшләтә Мәскәүҙең Бирюлево биҫтәһендә милли ерлектә булып үткән үлемесле хәлгә бәйле. 2011 йылдың декабрендә баш ҡаланың Манеж майҙанында ошондайыраҡ хәлдән һуң күтәрелгән шау-шыу баҫылып та өлгөрмәне, яңыһы ҡалҡып сыҡты. Ни өсөн? “Рәсәй властары миграция кеүек ҡатмарлы мәсьәләне хәл итә алмай, сөнки ул иртәгәһе көндән дә ары күрмәй, — ти Мәскәүҙәге Карнеги үҙәгенең ғилми совет ағзаһы Н. Петров. – Хатта уйланмаған хәбәре менән милләт-ара ҡаршы тороуҙы көсәйтәләр”.
Күп милләтле дәүләттә халыҡтарҙың килешеп йәшәүе кеүек проблеманың ваҡыты-ваҡыты менән киҫкенләшеп алыуы Рәсәйҙә йәмғиәт һәм дәүләт институттары араһында йәнле аралашыуҙың булмауы, дәүләт аппаратының әҙерлекле белгестәр менән тәьмин ителмәүе, теге йәки был мәсьәләнең ваҡытында хәл ителмәүе генә түгел, тиҫтәләрсә йыл баҫтырылып килеүе кеүек граждандар йәмғиәтенә хас булмаған хәл-күренештәр йәшәүе хаҡында һөйләй. Ошо йәһәттән Сәйәси технологиялар институты президенты И. Буниндың “милли мәсьәләгә Рәсәйҙә бер яҡлы яуап табыу мөмкин түгел” тигән фекере менән килешергә кәрәктер. Беренсенән, Буниндың раҫлауынса, ике мәҙәниәт – православие һәм ислам – бәрелеше байтаҡтан күҙәтелә; икенсенән, ауырыу йәмғиәтте (был хаҡта 90-сы йылдарҙан бирле әйтелә килә. – М.Х.) дауалау фарыз. Һуңғыһына Президенттың яуабы ҡыҫҡа: системалы саралар кәрәк. Хәйер, “кәрәк” төшөнсәһен ҡабатлаусылар кәмегәне юҡ, тик юғары власть даирәләрендә генә был хаҡта баш ватмайҙар төҫлө.

Күҫәккә ҡаршы көс юҡ

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенән депутаттар А. Романов, Е. Федоров һәм “Ғәҙел Рәсәй”ҙән М. Емельянов Дәүләт Думаһы ҡарауына сепаратизмды һәм Рәсәйҙең бөтөнлөгөн емереүҙе пропагандалаған өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында закон проекты индерҙе, тип хәбәр итте уҙған аҙнала “Новые известия” гәзите. Баҫма ҡайһы осраҡтарҙа ни рәүешле саралар күреләсәге хаҡында ла ентекле аңлатма бирә. Әйткәндәй, ошондайыраҡ документ КПРФ фракцияһы тарафынан да әҙерләнгән, ТВЦ телеканалында шул турала “Право голоса” тапшырыуында фекер алышыу ойошторҙолар. Проект авторҙары фекеренсә, проблема күптән өлгөргән, сөнки Рәсәйгә эстән дә, тыштан да йоғонто яһарға ынтылыусылар күбәйеп китте.
Күренеүенсә, проблеманы яйға һалыу өсөн халыҡ вәкилдәре “күҫәк ысулы”нан башҡа ҡорал тапмаған. Улар теге йәки был кире хәл-күренештең ниндәй ерлектә яралыуын, йәмғиәттә йәшәп килгән күптәнге етешһеҙлектәр сағылышы булыу ихтималлығын уйына ла килтермәй. Әйткәндәй, был – илебеҙҙә ярайһы киң таралған күренеш, беҙҙә сәбәпте бөтөрөү тураһында уйланыу урынына эҙемтәгә ҡаршы көрәшеү күптән ғәҙәткә ингән генә түгел, шулай булырға тейешлеге йәмәғәтселек аңына һеңгән.
Айыҡ фекер йөрөткәндә, “мигранттар мәсьәләһе” Рәсәйҙең күптәнге дәүләт ҡоролошонан, дөрөҫөрәге, уның империясыл ысынбарлығынан килә. Ҡасандыр Урта Азияға “үтеп ингән”, Кавказды “буйһондорған”, Себер киңлектәрен “үҙләштергән” урыҫтар ҙа сит тарафтарға ошо рәүешлерәк ағылған бит. Хәҙер иһә шул уҡ процестың киреһе күҙәтелә, сөнки Совет власы йылдарында был республикаларҙа сәнәғәт тейешле кимәлдә үҫтерелмәне. Был – бер. Икенсенән, эшсе көстәрҙең күсенеүе бер Рәсәйгә генә хас күренеш түгел, Европаның иҡтисади флагмандары булған Германия, Франция, Бөйөк Британия һ.б. мәмләкәттәрҙә ул күптән күҙәтелә һәм глобалләшеү процесынан бигерәк демографик хәлдең киҫкен үҙгәреүенә бәйле. Был хәл үҙе үк киләсәктә донъя картаһында киң ҡоласлы үҙгәрештәр күҙәтеләсәгенә ишаралай, сөнки матди донъя бер ҡасан да ҡатып ҡалмай, даими үҙгәрә, был — уның йәшәү рәүеше.
Сәйәсәт белгестәре депутаттар башланғысына ниндәй баһа бирә? “Агора” хоҡуҡ һаҡлау төбәк-ара ассоциацияһы аналитигы Р. Әхмәтғәлиевтең “Новые известия”лағы фекеренсә, ул һүҙ азатлығы кеүек конституцион принципҡа ҡаршы төшә, сөнки сепаратизм тураһында ғилми бәхәстәрҙе лә закон статьяһына тап килтерергә мөмкин. Дөйөм Рәсәй “Демократическая правовая Россия” хәрәкәте юрисы И. Трунов та ошондайыраҡ ҡарашта. Бындай тәҡдим ҙур төрмә төҙөргә ынтылышты аңлата, ти ул. Ирекле илдә теләһә ниндәй темаға ҡурҡмай фекер алышырға мөмкин.
Сәйәсәткә сиркәү ҙә ҡыҫылды

Рәсәйҙең бөтөнлөгө һәм патриотизм тураһында фекерҙәрҙең көн үҙәгендә тороуы күптән түгел булып үткән Бөтә донъя урыҫ халыҡ соборында ла яңғырауы проблеманың етдилегенә ишаралай. Рәсәй Конституцияһы буйынса (ст. 14) дин дәүләттән айырылған, тимәк, сәйәсәттән алыҫ тороуына ҡарамаҫтан, Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Кириллдың милләт-ара татыулыҡ һәм милләтселек темаһына асыҡтан-асыҡ мөрәжәғәт итеүе һағайта. Ә инде уның “әгәр ҙә күпселекте тәшкил иткән урыҫтарҙың мәнфәғәте артабан да иҫәпкә алынмаһа, унан Рәсәйҙе емерергә тырышыусылар ғына отасаҡ” тигән кинәйәле һүҙҙәре ғәжәпләндерә.
Бының менән Рәсәйҙең баш православныйы ни әйтергә теләй? Рәсәйҙең ысынлап та тарҡаласағынмы, әллә илдә милли ерлектә һуғыш ҡубасағынмы? Ғөмүмән, илдәге хәлгә дин әһеленең дә түҙемлеге бөтөүе, моғайын, мәсьәләнең һуңғы сиккә етеп киҫкенләшеүе тураһында һөйләй торғандыр. Ошо йәһәттән ТВЦ каналында үткән “Право голоса” тапшырыуында ҡатнашыусылар сепаратизм, мигранттар, илдең бөтөнлөгө тураһында һүҙҙе ныҡ ҡына ҡуйыртты, әммә етди тәҡдимдәр ишетелмәне. Ысынлап та, Рәсәй Федерацияһы артабан да имен, халыҡтары татыу йәшәгән бер бөтөн дәүләт булып ҡалһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Был һорауға яуап бер кемдә лә юҡ, дөрөҫөрәге, уға нигеҙле яуап ҡайтарырға берәүҙең дә батырсылығы етмәй. Хикмәт шунда: Рәсәй – иҫкергән организм, унда матдәләр алмашыныу процесы күптән боҙолған, шуға күрә бер ниндәй сара ла дәүләт кимәлендә ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Ә инде уның “урыҫ элементы”н көсәйтеү (тимәк, башҡаларын баҫып ҡалдырыу) кире һөҙөмтәгә генә килтерәсәк. Сөнки был аҙым үҙе үк илдең империясыл йөкмәткеһен рәсми рәүештә таныуҙы аңлата. Мәғлүм ки, илдең Төп Законы буйынса (ст. 3) Рәсәй Федерацияһында суверенитеттың төп эйәһе һәм властың берҙән-бер сығанағы — уның күп милләтле халҡы. Тимәк, Рәсәй өсөн бөгөн берҙән-бер тыныс һәм бөтә халыҡтар, шул иҫәптән урыҫтар ҙа ҡабул итерлек юл – Федерация субъекттарының, әлбиттә, иң элек милли республикаларҙың (Рәсәй Конституцияһында (ст. 5) билдәләнгәнсә, дәүләттәрҙең) иркен үҫеше. Кем әйтмешләй, Мәскәү ял итә, ул тарихи миссияһын күптән үтәгән.

Ғәйеплене... тарихтан эҙлә!

Рәсәйҙә хатта империяның “арҡа һөйәге”н тәшкил иткән урыҫ халҡы үҙен “ҡыйырһытылған” хәлдә тоя икән, ысынлап та, илдең бөгөнгөһө шәптән түгел, һәм төрлө сәйәси даирәләр “Илдең бөтөнлөгөнә ҡул һуҙыусылар”ҙы эҙләп юҡҡа баш ватмай икән. Быныһы, әлбиттә, эҙемтә, ә сәбәбе нимәлә? Империалистик системаның барлыҡҡа килеүендә иң элек инглиздәр, француздар, испандар һ.б. Европа халыҡтарын ғәйепләү модаға ингән. Әммә был Рәсәйгә ҡағылмай, сөнки ул “борон-борондан урыҫтыҡы” булған “ерҙәрҙе йыйыу арҡаһында” барлыҡҡа килгән. Һәр хәлдә рәсми даирәләр шулай фекер йөрөтә һәм уңайы сыҡҡан һайын ошоно йәмәғәтселеккә еткерә килә. Мәҫәлән, Бөтә донъя урыҫ халҡы соборында Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе С. Иванов менән Федерация Советы рәйесе урынбаҫары А. Торшиндың ҡатнашыуы осраҡлы түгел. Сиркәү дәүләттән айырылыуға ҡарамаҫтан (Төп Закондың 14-се статьяһы), Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе ниндәй маҡсат менәндер күп милләтле дәүләттә тап урыҫ халҡының, урыҫ мәҙәниәтенең мөһимлегенә баҫым яһауҙы кәрәк таба. Федерация Советы рәйесе урынбаҫары иһә уны ла уҙҙыра: йәнәһе, православие башҡа дини ойошмалар араһында беренсе һәм уның Рәсәйҙе тергеҙеүҙәге роле лә хәл иткес. Һөҙөмтәлә Соборҙа диндәрҙең тиң хоҡуҡлылығына ҡаршы килгән урыҫ православиеһы ҡиммәттәре, стандарттары һәм йүнәлештәре милли масштабта һеңдерелергә тейешле тигән бер яҡлы ҡараш урын алды.
Милләт-ара хәлдең киҫкенләшеүенә, бәлки, үҙе лә һиҙмәҫтән булышлыҡ итеүселәрҙе лә ошо тирәнән эҙләргә кәрәктер? “Йәмәғәтселектә хөкүмәттең социаль-иҡтисади сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлыҡ арта бара, — тиелә Глобалләшеү һәм социаль хәрәкәт институтының хәҙерге идеологияларҙы өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәрендә. – Рәсәй элитаһы халыҡтың көсәйә барған протест кәйефен этномилләтселеккә йүнәлтергә маташа”.
Европа буйлап шәүлә йөрөй, коммунизм шәүләһе, тип яҙған Коммунистар партияһы манифесы авторҙары К. Маркс менән Ф. Энгельс. Дөрөҫ, Европа дәүләттәре коммунизм шәүләһенән ҡотола алды, ә Рәсәй – юҡ һәм бөгөн быуаттар дауамында туплана килгән проблемалар солғанышында яфа сигергә мәжбүр. Юғары власть даирәләре күрмәмешкә һалышыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй Конституцияһы милли мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлектәренә эйә. Үрҙә телгә алынған 3-сө статьяны ғәмәлгә индерергә бер ни ҙә ҡамасауламай бит. Ни генә тимә, Төп закондың хәрефенән бигерәк рухы, ул иһә бөгөн бөтөнләй эшләмәй. Был – бер. Икенсенән, Рәсәйҙең федератив тәбиғәтенә лә (1-се ст.) үҙенең ғәмәлдәлеген күрһәтергә ваҡыт, сепаратистик кәйефтәр ҙә баҫыла төшөр ине.
Хәлгә бәйле милли мәсьәлә өлкәһендә иң мөһимен ҡуҙғатыу урынлы. Рәсәйҙә дәүләт власының легитимлығы шик тыуҙыра, сөнки батша монархияһын ҡолатҡандан һуң республика ҡоролошона күсеү алдынан халыҡ үҙ ихтыярын белдерергә хоҡуҡлы. Ләкин 1918 йылда большевиктар ҡыуып таратҡан Учредительный Йыйылыш был мөһим талапты атҡара алмай. 1990 йылғы Конституцияға килгәндә, уның өсөн граждандарҙың һәр бишенсеһе генә үҙ тауышын бирҙе.

“Сикһеҙ Ватансы мин

Совет иле булыу шарты менән ул Ватан”, — тип яҙған уҙған быуаттың 30-cы йылдарында шағир-романтик. “Россиян мин, ниндәй ғорурлыҡ!” – быныһы инде Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим. “Ватан” төшөнсәһен һәр кем үҙенең көнкүреш шарттарынан, белем кимәленән, йәмғиәттә әҙәп-әхлаҡтың тотҡан урынынан сығып ҡабул итә торғандыр. Уға һөйөү ҙә сит түгел һәм иң элек тыуған ерҙе үҙ итеү, атай йортон һағыныу, туған-ҡәрҙәш, ауылдаштарҙы яҡын күреү аша ғәмәлләшә. Совет дәүере, уны нисек кенә инҡар итергә тырышма, был тойғоларҙың ерлелегенә булышлыҡ итте. Үрҙәге шиғыр юлдары – быға кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил.
Рәсәй Президенты конституцион-хоҡуҡи фәндәр кафедралары мөдирҙәре менән осрашыуында дәүләт флагын, гимнын үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләү өсөн киңерәк файҙаланырға кәрәклеген белдерҙе, хатта Дәүләт Думаһы ҡарауына ошо турала закон проекты индерелеүен дә еткерҙе. “Граждандарҙы символдарға ғына түгел, патриотик тойғоларға ла ҡайтарасаҡбыҙ”, — ти В. Путин, был бурысты ғәмәлгә ашыра алырына һис тә шикләнмәйенсә. Киләһе йылдың 1 сентябренән көсөнә инәсәк закон буйынса теге йәки был сара үткәргәндә Рәсәй флагын күтәреү мотлаҡ. Уҡыу йылы башланыр алдынан шулай уҡ Дәүләт гимнын һәр уҡыусы, һәр студент үҙ ҡолағы менән ишетергә хоҡуҡлы.
Ил башлығының был фекерен “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе әһелдәре шунда уҡ күтәреп алды. Генераль совет секретары С. Неверовтың фекеренсә, был аҙым йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк. “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең йәштәр төркөмөндә лә В. Путиндың башланғысын хуплаусылар көттөрмәне. Улар хатта патриотизмдың берҙәм дәүләт идеологияһы икәнлеген Конституцияла нығытыу кәрәклегенә баҫым яһай. Депутат И. Свиридовтың раҫлауынса, был коррупцияланған чиновниктарға ҡаршы көрәшергә мөмкинлек бирәсәк. Һуңғыһы, әлбиттә, бер ҡатлылыҡты аңлата, йәштәрҙең белмәүе лә ихтимал, ләкин КПСС-тың совет йәмғиәтендә етәксе көс булыуы, СССР Конституцияһының 6-сы статьяһында нығытылыуға ҡарамаҫтан, 19 миллионлы ойошманы тарихҡа китеүҙән һаҡлай алманы.
Милли тойғо — әҙәм балаһында иң нескә хистәрҙең береһе, йоғонтоһо буйынса ул, моғайын, мөхәббәттән генә ҡалыша торғандыр. Ә ҡайҙа нескә – шунда өҙөлә. Рәсәй Федерацияһында милли мәсьәләнең сиселеш табырына өмөт самалы, сөнки уны яйға һалыу властарҙың түгел, ә граждандар институттарының эше. Һалышыу кәйефе көслө булған йәмғиәтебеҙҙә һуңғыһы — үҙе ҙур проблема.


Вернуться назад