Үҙгәрештәр байтаҡ20.11.2013
Республика парламенты депутаттарының сираттағы пленар ултырышы 28 ноябргә планлаштырылды. Был хаҡтағы ҡарар кисә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумы ултырышында ҡабул ителде.
Пленар ултырышҡа илленән ашыу мәсьәлә сығарыла. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегенә арналған отчет тыңланасаҡ, уның Положениеһына үҙгәрештәр индереләсәк. Мөһим проект — “2014 йылға һәм 2015, 2016 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Закон өҫтөндә эш дауам итә, ул, беренсе уҡыу менән сағыштырғанда, бер ни тиклем үҙгәртеләсәк.
Дәүләт Йыйылышының Регламентында ла яңылыҡтар көтөлә: өс кешенән торған депутат төркөмө булдырыу хоҡуғы биреләсәк.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеттары янында даими эшләүсе эксперт органдары булдырыла. Унда парламент депутаттары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары һәм берекмәләр ағзалары, ғалимдар, юғары квалификациялы белгестәр инәсәк.
“Башҡортостан Республикаһында граждандар мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Законға индереләсәк үҙгәрештәргә ярашлы, граждандар шәхси һәм коллектив мөрәжәғәттәрен урындағы үҙидара органдарына ғына түгел, мөһим бурыстар башҡарған барлыҡ ойошмаларға ла ебәрә аласаҡ. Шулай уҡ “Урындағы үҙидара органдарына айырым дәүләт вәкәләттәре биреү тураһында”ғы Законға индерелгән үҙгәрештәр буйынса, урындағы органдарға мал ҡәберлеген төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу бурысы йөкмәтелә.