Вәғәҙә мотлаҡ үтәлергә тейеш16.11.2013
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйестәре менән осрашты.

Төбәк башлығы депутаттарҙың эшмәкәрлеген, уларҙың сессияла күтәргән көнүҙәк һәм мөһим мәсьәләләрҙе күҙәтеп барыуын әйтте.
– Әле 2014 – 2016 йылдарға бюджетты формалаштырыу бурысы тора. Бик ҡатмарлы мәсьәлә. Шулай ҙа һеҙҙең арала уны хәл итерҙәй белгестәр бар, – тине ул.
Рөстәм Хәмитов киләһе йылға бюджет дефицит менән ҡабул ителһә лә, депутаттарға һайлау алды вәғәҙәләрен үтәргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әлбиттә, сәнәғәттәге иҡтисади үҫештең кәмеүе хәлде ҡатмарлаштыра. Былтыр тулайым төбәк продукцияһы – 5 процентҡа, ә сәнәғәт етештереүе 6,8 процентҡа артһа, быйыл шаҡтай түбәнәйҙе.
– Шулай ҙа республикала инвестициялар йәлеп итеүҙең арта барыуы бер аҙ тынысландыра, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мәҫәлән, бөгөн дөйөм күләме 700 миллиард һум самаһы булған йөҙҙән артыҡ проект бар. “Башнефть” акционерҙар компанияһы, “Система” компанияһы етәксеһе Владимир Евтушенков менән Өфөлә нефть химияһы кластерын формалаштырыу хаҡындағы килешеүҙәр продукцияны үҙебеҙҙә сығарырға ярҙам итәсәк.
Ошо көндәрҙә “Боинг” компанияһы менән үткән кәңәшмәнән күренеүенсә, киләсәктә самолеттарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү йүнәлешендә сервис эшен яйға һалыу отошло булмаҡсы. Бөгөн Рәсәйҙә компанияның 360 борты бар, был һандың киләсәктә ике-өс тапҡырға артыуы көтөлә.
Президент осрашыуҙа тормошобоҙҙағы кәмселектәргә, алда торған бурыстарға туҡталды. Уларҙы уңышлы хәл итеү өсөн бөтә йүнәлештә лә мөмкинлектәрҙе дөрөҫ файҙаланырға, бергә эш итергә саҡырҙы.


Вернуться назад