Бәйләнеш нығына16.11.2013
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Куба Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Эмилио Лосада Гарсиа менән осрашты.
Сара барышында төрлө йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре, иҡтисади йәһәттән үҙ-ара бәйләнеште нығытыу мөмкинлеге тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Куба ҡунаҡтарын сәләмләп, Рөстәм Хәмитов, республикалар араһында тығыҙ мөнәсәбәт яйға һалынған, тип билдәләне.
— Һуңғы йылдарҙа һеҙҙең ил менән бәйләнеште нығытабыҙ. Артабанғы эшмәкәрлек буйынса ла мөмкинлектәр асыҡ күҙаллана. Эшҡыуарлыҡ даирәләре араһындағы хеҙмәттәшлек яйға һалына. Был эш туҡталып ҡалмаҫ, тип уйлайым, — тине республика башлығы.
Төбәктәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереүгә килгәндә, Президент Өфө дәүләт нефть, авиация университеттары кеүек юғары уҡыу йорттарында Кубанан студенттарҙы күбәйтеү теләген белдерҙе.
— Беҙҙең вуздар белгестәр әҙерләү, әле Куба иҡтисадында эшләүселәрҙең белемен камиллаштырыу йәһәтенән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Нефть эшкәртеү заводтарын яңыртыуҙа ла ҡатнаша алабыҙ, белгестәребеҙ ҙә һеҙҙә булып ҡайтҡайны, — тине ул.
Президент медицина, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мөнәсәбәттәргә лә ҡағылды. Эмилио Лосада Гарсиа, үҙ сиратында, Башҡортостан — Кубаның Рәсәйҙәге иң мөһим партнерҙарының береһе, тип билдәләне.