Президент? Башлыҡ? Хаким?..16.11.2013
Республикала 13 ноябрҙән төбәк етәксеһе вазифаһы исемен үҙгәртеү буйынса ҡултамғалар йыйыу башланды. Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, хәҙер төбәк өсөн яуаплы кеше “президент” тип аталмаясаҡ. Әлегә фекер алышыу бара. “Был яңылыҡҡа нисек ҡарайһығыҙ?” тигән һорау менән гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.

Рауил БОЛҒАИРОВ,
Күгәрсен районы:
— Ил етәксеһен президент тип атай башлағанға тиклем был вазифа төрлөсә аталып килде. Исемен үҙгәртеү менән есеме үҙгәрмәй, баһаһы төшмәй. Хөкүмәт рәйесе, башлыҡ, етәксе тип атаның ни ҙә, республика президенты тип әйттең ни — иңдәренә һалынған ил, халыҡ яҙмышы өсөн уларҙың яуаплылығы бер ҙә кәмемәй.

Вәсилә ҒИМРАНОВА,
Мәсетле районы:
— Бөгөн президент атамаһын үҙгәртһәләр, иртәгә республика исеме юҡҡа сығыр тип хәүефләнәм. Республикаға исем биргән халыҡтың иле, Президенты булырға тейеш.

Ғәлим ВӘЛИТОВ,
Ишембай районы:
— XXI быуатта бөтә демократик мәмләкәттәр ҙә дәүләт башлығын президент тип йөрөтә. Уның ниндәй исем менән аталыуын дәүләттең, Федерация субъектының закондар сығарыу органы хәл итә. Башҡортостан етәксеһе 90-сы йылдарҙа уҡ президент тип аталды, ҡанун менән нығытылды, халыҡ та уға өйрәнде. Был исемде үҙгәртеү бер ниндәй ҙә иҡтисади, сәйәси әһәмиәткә эйә түгел.

Динислам БАЯЗИТОВ,
Бөрйән районы:
— Был сәйер аҙым һымаҡ ҡабул ителә, әлбиттә. Мин уның “хаким” булып аталыуы яҡлымын, сөнки район хакимиәте башлығы, идаралыҡ етәксеһе тигән исемдәр бар.

Фәрит СЫҢҒЫҘОВ,
Өфө ҡалаһы:
— Республика башлығын “Башҡортостан Республикаһы етәксеһе” тип атарға кәрәк. Был ваҡиға таныштарым, туғандарым араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. Күп яҡлы фекерҙәр, ҡараштар ишеттем. Нисек кенә булмаһын, федераль закондан ситләшеү ярамаҫ…


Вернуться назад