Ҡытайҙа ришүәтселәрҙе аталар16.11.2013
Яңыраҡ Мәскәүҙә ришүәтселеккә ҡаршы көрәш советы ултырышы булды. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, илдә коррупция йүнәлешендәге енәйәттәр һаны кәмегән.
Ҡайҙа нисек көрәшәләр?
Ысынлап та, статистика күрһәткестәре Президенттың был һүҙҙәрен дәлилләй. Мәҫәлән, былтыр ришүәтселек осрағы буйынса 34 меңдән ашыу енәйәт эше асылған булһа, быйыл был һан 29,5 меңгә тиклем кәмегән. "Шулай ҙа һөҙөмтәләргә ҡарап тынысланырға ярамай, сөнки коррупцияның йәшерен башҡарылған эш икәнен иҫәпкә алырға кәрәк", – тине ил етәксеһе.
Бер йылда ғына илдә ришүәт алыусылар һаны өс тапҡырға артҡан. 2013 йылдың тәүге яртыһында 692 кеше хөкөмгә тарттырылһа, тик уларҙың 8 проценты ғына әлеге мәлдә төрмәлә. Күпселеге штраф түләп ҡотолған йәки шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән.
Коррупция уты ялмап алмаған ил юҡ. Уға ҡаршы көрәш бара, һәр дәүләт үҙ ҡанундарына таянып, әүҙем эшмәкәрлек йәйелдергән. Бөйөк Британияла, мәҫәлән, коррупция кимәлен түбәнәйтеүҙең сараһын язаны көсәйтеүҙә күрәләр. Ришүәт биреп өлгөргәндәрме-юҡмы икәнлегенә ҡарап тормай, ике яҡты ла хөкөмгә тарттыралар. Төрлө бүләктәр алыу ҙа тыйылған. Сингапурҙа ришүәтселек осраҡтарын тикшереүсе бюро булдырғандар. Судьяларҙың эш хаҡын күтәргәндәр. Ҡытайҙағы көрәш алымдары менән Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев та танышып ҡайтҡайны.
Коррупцияға ҡаршы әүҙем көрәшкән илдәр исемлегендә Ҡытай тәүге урында килә. Илдең барлыҡ провинцияларында һәм ведомстволарында тәүге тикшереү майҙа үткән. Уның һөҙөмтәләрен етәкселек хуплаған. Ришүәтселектә ғәйепләнгән тиҫтәләрсә кеше хөкөмгә тарттырылған. Элекке Политбюро ағзаһы Бо Силай ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителгән. Унан һуң тимер юлдың элекке башлығы Лю Чжицзюнь ун миллион долларҙы үҙләштергәне өсөн үлем язаһына тарттырылған. Дәүләт милке контроле һәм идаралығы комитеты, полиция һәм махсус хеҙмәттәр етәксеһе лә ошондай уҡ яза алған. Ай самаһы элек Нанкин мэры Цзи Цзяндең 3,3 миллион долларлыҡ ришүәт алыуы тураһында мәғлүм булды. Ҡытайҙа миллион юандән күберәк ришүәт алған кешене үлем язаһына тарттыралар. Цзи Цзянь иһә кеҫәһенә "егерме үлемде" һалып ҡуйған.
Ошондай яңғырауыҡлы енәйәттәрҙе фашлап, Ҡытай илдә коррупцияны тамырынан йолҡоп ташламаҡсы. Бына инде дүрт тиҫтә йылдан ашыу Политбюроның Үҙәк комитетында эшләп йөрөгән һәм хаҡлы ялға ебәрелгән ағзаларына тейергә ярамай тигән яҙылмаған ҡанун юҡҡа сыҡҡан. Коррупция осраҡтарын кәметеп, был дәүләт иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр башларға ниәтләй, сөнки әлеге бәләнең режимды емерәсәген, үҫеште лә тотҡарларын ил етәкселеге яҡшы аңлай.
Ришүәтселек ҡанға һеңгән, ахыры…
Рәсәйҙә иһә былтыр коррупцияға ҡаршы милли комитет төҙөлдө. Уны Президент ҡарамағындағы ришүәтселеккә ҡаршы көрәш советы ағзаһы Кирилл Кабанов етәкләй. "Президент беҙҙең алға аныҡ маҡсаттар ҡуйҙы: беренсенән, коррупцияға ҡаршы көрәш саралары ябай халыҡҡа аңлашылырға тейеш. Икенсенән, уны тормошҡа ашырыуҙың ысынбарлыҡта ҡыйынлыҡ тыуҙырмауы шарт. Бынан тыш, язаны көсәйтеү мөһим. Коррупция юлы менән йыйылған милекте тартып алыу сараларын ентекле уйларға кәрәк", – ти ул.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының тәҡдиме менән Рәсәй ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереләсәк: коррупция йүнәлешендә хоҡуҡ боҙоу менән енәйәт ҡылыу төшөнсәләре айырымланасаҡ. Йәнә ҡаҙна аҡсаһын урлау енәйәттең яңы төрө итеп билдәләнгән. Әлеге закон проектына ярашлы, айырыуса ҙур күләмдә (6 миллион һумдан ашыу) аҡса үҙләштергән өсөн ете йылдан ун биш йылғаса иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Ғәйеплеләргә 3 миллиондан 5 миллион һумға тиклем штраф түләргә тура киләсәк. Был енәйәт төрө буйынса хөкөмгә тарттырылған кешеләр 12 йыл дауамында яуаплы вазифа биләй алмаясаҡ.
Милли стратегиялар институты президенты Михаил Ремезовтың фекеренсә, коррупцияны донъяның бер илендә лә еңеп булмаясаҡ, сөнки ул борондан ҡанға һеңгән кешелек сифаттарына бәйле: тиҙерәк байығыу һәм биләгән вазифаңдан мөмкин тиклем күберәк файҙа күреү.
Билдәле политологтар иһә, көнкүрештәге күренештәргә ҡаршы түгел, ә системалы коррупция менән көрәшергә кәрәк, ти. Системалы коррупция инвестициялар һәм аҡсаны сарыф итеүҙең һөҙөмтәһеҙлегенә бәйле.
Нисек кенә булмаһын, илдә был афәткә ҡаршы көрәш иғлан ителде. Яңғырауыҡлы енәйәт эштәре буйынса тикшереү бара.
Башҡортостан да арына алмай
Көҙ башында республикала халыҡтың коррупцияға ҡарата фекерен өйрәнгәйнеләр. Баш ҡалала һәм төрлө райондарҙа йәшәгән 1500 кеше анкета һорауҙарына яуап биргән. "Республикала коррупция кимәле үҙгәрҙеме?" тигән һорауға аноним рәүештә яуап биреүселәрҙең 45 проценты уны кәмегән тип билдәләгән. "Һуңғы йылдарҙа коррупция осраҡтарына тап булдығыҙмы?" тигән һорауға 73 процент — "юҡ", 27 процент тауыш биреүселәр "эйе" тип яуап биргән.
Ришүәтселектең сәбәбен халыҡ ниҙә күрә һуң? Тәү сиратта бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы түбән булыуында, чиновниктарҙың эшмәкәрлеген тейешле кимәлдә контролдә тотмауҙа, тип фекер йөрөтәләр.
Башҡортостан да коррупция күренештәренән арына алмай. Октябрҙә генә ЮХХДИ начальнигының элекке урынбаҫарын "матур номер"ҙар һатҡаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырҙылар. Ул хәҙер дәүләт хеҙмәтендә өс йылдан ашыу вазифа биләй алмаясаҡ һәм миллион һумдан ашыу штраф түләргә бурыслы.
Стәрлетамаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән хеҙмәткәргә һәм уның өс әшнәһенә ҡарата асылған енәйәт эше судҡа ебәрелгән. Улар кеше милкен үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Былтыр ғәйепләнеүселәр, үҙҙәрен полиция хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, ҡалалағы предприятиеларҙың береһенә "тикшереү" менән юллана. Етәксене һәр яҡлап ҡапаҡлап, уның бизнесын ҡурсалау өсөн ай һайын үҙ иҫәптәренә аҡса күсереүҙе талап итәләр. Үҙҙәрен сираттағы тапҡыр 260 мең һум аҡса алған саҡта тоталар.
Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ла ришүәттән баш тартмай. Яңыраҡ Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты педагогы ришүәт алған мәлдә тотолған. Үҙ фәне буйынса зачет ҡуйыу өсөн ул биш студенттан 30-ар мең һум аҡса һораған. Быға оҡшаш хәлдәр йыш булмаһа ла, осрап тора. Шуға ла дәүләт кимәлендә коррупцияға ҡаршы аяуһыҙ көрәш дауам итә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының “ҡыҙыу телефон”ына 128 һандарын йыйып, ришүәтселек осрағы тураһында хәбәр итергә була. Мөрәжәғәттә мәсьәләнең айышын әйтеп бирергә, ришүәт алырға теләүсенең ниндәй талап ҡуйыуын белгертергә кәрәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ришүәт биргән кеше түбәндәге осраҡтарҙа енәйәт яуаплылығына тарттырылмай:
1 Әгәр вазифалы кеше унан ришүәт биреүҙе талап итһә.
2 Әгәр ул ришүәт бирергә йыйыныуы хаҡында тейешле органдарға алдан хәбәр еткерһә.