Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың иң яҡшы лоббист булған Рәсәй төбәк лидерҙарының тәүге тиҫтәһендәге рейтингы тағы ла үҫте. “Независимая газета”ның заказы буйынса иҡтисади яңылыҡтар агентлығы 2011 йылдың ноябрендә үткәргән тикшереү һөҙөмтәләре ошо хаҡта һөйләй.
Төбәк лидерҙары исемлегендә “Көслө һөҙөмтәлелек” номинацияһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеевты (3,98 балл) артта ҡалдырып, етенсе урынды ышаныслы биләй. 2011 йылдың октябрендә Башҡортостан Президентының рейтингы 4,02 балл булһа, ноябрҙә был күрһәткес яҡшырған һәм 4,06 балл тәшкил иткән.
“Көслө һөҙөмтәлелек” номинацияһында тәүге өс лидерҙы әүәлгесә Мәскәү башлығы Сергей Собянин етәкләй. Унан һуң Георгий Полтавченко (Санкт-Петербург) һәм Владимир Якушев (Төмән өлкәһе) килә.
Т. ЗАМАНОВ.