Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Илдар Байбулатовты республиканың финанс министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Илдар Зинур улы Байбулатов 1974 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында төп белгес булып башлаған.
1999 йылдан 2005 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетындағы Эштәр идаралығының төп белгесе, Хөкүмәт Аппаратында баш белгес, бүлек мөдире, Башҡортостан Республикаһы мөлкәт мөнәсәбәттәре министрының беренсе урынбаҫары. 2005 йылдан әлегә тиклем Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фондының генераль директоры булды.