Президентмы, әллә төбәк етәксеһеме?13.11.2013
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының сираттағы ултырышы үтте. Унда республика етәксеһе вазифаһының исемен үҙгәртеү мәсьәләһе ҡаралды.
Башҡортостандың Конституция суды тарафынан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Конституцияға үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон проекты тәҡдим ителде. Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, тауыш биреүселәрҙең 50 проценты хуплаған осраҡта ғына был тәҡдим ҡаралырға тейеш.
13 ноябрҙән ошо закон проектына бәйле ҡултамғалар йыйыу башлана. Был башланғысты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай президиумы ағзалары ла хуплап сыҡты.
Әйткәндәй, 2010 йылда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев төбәк субъекттары етәкселәрен президент тип йөрөтөүҙе тыйған законға ҡул ҡуйғайны. Төбәк башлығы урындағы Конституция нигеҙендә тарихи, милли йолаларҙы иҫәпкә алып билдәләнә. Мәҫәлән, уның “етәксе”, “башлыҡ”, “хөкүмәт рәйесе” тип аталыуы ихтимал. Төбәк закон акттары 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем федераль закон менән яраштырылырға тейеш.
Әле Рәсәйҙә Татарстан менән Башҡортостан башлыҡтары ғына президент тип атала. Чечен Республикаһы етәксеһе Рамзан Ҡадиров беренсе булып ошо исемдән баш тартты.