Башҡортостан сит илдәр менән хеҙмәттәшлеген нығыта. Һуңғы ваҡытта республикаға килгән рәсми делегацияларҙың күбәйеүе быға дәлил булып тора. Уҙған аҙнала ғына Бөйөк Британиянан эшлекле партнерҙар булғайны, кисә Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһынан ҡунаҡтар килде.
Республика Хөкүмәте йортонда улар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Яҡтар бер-береһенә үҙ төбәктәренең иҡтисади мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Артабан үҫтерергә кәрәкле хеҙмәттәшлек тармаҡтарын барланылар.
— Минеңсә, металлургия, машина эшләү, бойҙайҙы тәрән эшкәртеү һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итә алабыҙ. Туризм йәһәтенән мөмкинлектәр ҙур тип иҫәпләйем, — тине Рөстәм Зәки улы. — Ике яҡтың да тәбиғәте иҫ китмәле матур, һеҙҙә лә, беҙҙә лә ЮНЕСКО ҡомартҡылары бар.
Президент шулай уҡ республикала заманса автомобиль юлдарын үҫтереү, торлаҡ төҙөлөшөн йылдамлатыу һәм ҡунаҡханалар һалыу кәрәклеге тураһында әйтте. Киләсәктә сауҙа әйләнешен арттырыу ҙа мөһим аҙым буласаҡ.
Ҡытай яғы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләй. Цзянси провинцияһының Үҫеш һәм реформалар комиссияһы начальнигы урынбаҫары Цзэнь Вэнмин әйтеүенсә, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар, ысынлап та, күп.
— Беҙҙең дә һеҙгә тәҡдим итерлек өҫтөнлөклө йүнәлештәребеҙ байтаҡ. Мәҫәлән, юғары технологиялы сәнәғәт етештереүе, төҫлө металлургия, туризм һәм гуманитар өлкәләр. Гуманитар һәм мәҙәниәт өлкәһе иғтибарҙан төшөп ҡалмаһын ине. Айырыуса юғары уҡыу йорттары араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу кәрәк, — тине ҡунаҡ.
Рөстәм Хәмитов уның тәҡдимдәре менән ризалашты. Киләсәктә Башҡортостан менән Цзянси провинцияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында стратегик килешеү төҙөләсәк.