Беҙ социаль дәүләтме?13.11.2013
Социаль дәүләт – ХХI быуат капиталистик йәмғиәттәре өсөн киң таралған күренеш. Ул лайыҡлы хеҙмәт хаҡын, ихтыяждарҙың юғары дәрәжәлә ҡәнәғәтләндерелеүен, эшкә яраҡһыҙҙарға көслө социаль яҡлауҙы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һ.б. социаль хеҙмәттәрҙең үҫешкән селтәрен, социаль айырмаларҙы бөтөрөүҙе, социаль ғәҙеллекте ғәмәлгә ашырыуҙы аңлата. Икенсе донъя һуғышында еңеүселәрҙең береһе — АҠШ-тың сәйәси һәм хәрби даирәләре йоғонтоһонда йәки баҫымы аҫтында ҡабул ителгән ГФР һәм Япония конституциялары нигеҙендә үҫешкән иҡтисад өлгөләренең хәҙерге дәүер өсөн дә өҫтөнлөгө шик тыуҙырмай.
“Лайыҡлы” менән “иң түбән” араһында
1949 йылда ғәмәлгә индерелгән ГФР конституцияһының 20-се статьяһында, “Германия Федератив Республикаһы – демократик һәм социаль федератив дәүләт” тигән положение нығытылһа, Японияның төп законында 25-се статья тағы ла анығыраҡ: “Дәүләт тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә йәмғиәттең көнкүрешен яҡшыртыу, социаль тәьминәтте үҫтереү, халыҡ һаулығы өсөн көс һалырға бурыслы”. Италия Республикаһы конституцияһындағы 3-сө статья был ике положениенан да көслөрәк яңғырай: “Граждандарҙың азатлығын һәм тиңлеген сикләгән, кеше шәхесенең тулы үҫешенә, эшсәндәрҙең илде сәйәси, иҡтисади, социаль ойоштороуҙа тулы көсөнә ҡатнашыуына ҡамасаулаған иҡтисади һәм социаль тәртиптәрҙе бөтөрөү – Республиканың бурысы”.
1993 йылдың 12 декабрендә көсөнә ингән Рәсәй Конституцияһының (уның өсөн граждандарҙың 20 проценты тауыш бирҙе) 7-се статьяһында ла “РФ – сәйәсәте кешегә лайыҡлы тормош һәм ирекле үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән социаль дәүләт” тигән юлдар бар. Төп Закон артабан был положениены “гарантиялы иң түбән эш хаҡы”, “әсәлеккә, балалыҡҡа һәм атайлыҡҡа дәүләт яҡлауы”, “дәүләт пенсияһы” тигән төшөнсәләр менән асыҡлай төшә. Әммә бер урында ла “лайыҡлы тормош итерлек” тигән билдәләмә осрамай. “Азатлыҡ дәрәжәһе, — тигән атаҡлы инглиз яҙыусыһы Агата Кристи, — түбәндәрҙең (ҡатлам – М. Х.) азатлығы менән билдәләнә”.
Ә хәҙер гарантияланған күләмдәр тураһында. Рәсәйҙә иң түбән эш хаҡы — 5,2 мең һум, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы — 10 мең, йәшәү минимумы — 7,3 мең, ғәриптәргә уртаса пособие 2 мең һумдан ашыуыраҡ. Рәсәй олигархтары ашханала бер ултырыуҙа сарыф иткән ошо саҡлы килемгә ай буйы йән аҫрарға мәжбүр кешеләрҙең тормошо “лайыҡлы”, ә үҙе “ирекле” булыуы ышандырмай. Сағыштырыу өсөн Италия Республикаһының 36-сы статьяһына мөрәжәғәт итәйек: “Хеҙмәтенең күләменә һәм сифатына ярашлы, эшсәндәр үҙенә, шулай уҡ ғаиләһенә ирекле, лайыҡлы йәшәүгә етерлек хеҙмәт хаҡына хоҡуҡлы”. ГФР-ҙа уртаса пенсияның беҙҙең аҡса менән 34 мең һум тәшкил итеүе, ысынлап та, конституцион положениеның ҡағыҙҙа ғына түгеллеген раҫлай. Төркиәлә ял итерлек рәте булған ватандаштарыбыҙ унда немец пенсионерҙарының тулып йөрөүен уйлап сығармағандыр.
Ғәмәленә күрә әмәле
РФ Конституцияһында 20 йыл элек кенә урын алыуына ҡарамаҫтан, “социаль дәүләт” төшөнсәһе XVIII быуаттан бирле ҡулланыла. 1770 йылдың 12 июнендә иғлан ителгән Вирджиния дәүләтенең (“штат” беҙҙең телдә “дәүләт”те аңлата – М. Х.) Хоҡуҡтар декларацияһында хөкүмәттең барлыҡ граждандарға ла лайыҡлы тормош тәьмин итергә бурыслы булыуы телгә алына. Шулай ҙа “социаль дәүләт” төшөнсәһенең авторы итеп немец дәүләт белгесе һәм иҡтисадсыһы Лоренц фон Штейн (1815 – 1890) атала. Ватандашы Гегель философияһын, француз социалистарының доктринаһын өйрәнеп, ғалим дәүләттең үҫешенә бөтәһе өсөн дә тиңлек һәм азатлыҡ, фәҡирҙәргә ярҙам тәьмин итеп кенә өлгәшергә мөмкин, ә быға социаль дәүләт кенә һәләтле тигән һығымта яһаған. Артабан фон Лоренцтың идеялары ватандаштары Фридрих Науманн һәм Адольф Вагнерҙар тарафынан үҫтерелә. АҠШ-ты “Бөйөк торғонлоҡ”тан сығарыуға күп көсөн һәм һаулығын биргән Франклин Рузвельттың “беҙҙең прогресс етеш йәшәгәндәрҙең байлығын ишәйтеүҙә түгел, ә фәҡирҙәрҙең көнкүрешен яҡшыртыуҙа билдәләнә” тигән һүҙҙәре бөтә донъяға таныла. Эшселәрҙең коллектив договорға, профсоюздар ойоштороуға хоҡуғы, эшһеҙлекте бөтөрөү буйынса дәүләт саралары, фермерҙарға ярҙам, социаль тәьминәт буйынса йоғонтоло алымдар, эш сәғәтен кәметеү, ҡартлыҡ буйынса пенсия һ.б. тап Америка ерлегендә ғәмәлгә индерелә.
Ғәмәленә күрә әмәле тигәндәй, социаль бурыстарҙы атҡарыу өсөн сығымдар кәрәк. Уның өсөн сығанаҡтар байтаҡ: тәбиғәт байлыҡтарынан файҙаланған өсөн рента хаҡы, хосуси һәм күсемһеҙ милеккә һалым, бай ҡатламдарҙың шәхси килеменә һалым һ.б. Европа союзында, мәҫәлән, һуңғыһы байҙар килеменең 50 процентына етә. “Милек мәжбүр итә, — тиелә ГФР конституцияһының 14-се статьяһында, — унан файҙаланыу йәмғиәт мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тейеш”. Италияның төп законында (42-се статья) был положение тағы ла киңерәк сағылыш таба: “Милек дәүләттеке һәм хосуси булыуы ихтимал. Уның файҙаһын дәүләт, йәмғиәт йәки хосуси кешеләр күрә. Хосуси милек закон тарафынан таныла һәм гарантиялана, уға хужа булыу һәм файҙаланыу алымдары, социаль функциялары һәр кем өсөн етерлек итеп билдәләнә”. Япония конституцияһының 29-сы статьяһына ярашлы, милек йәмғиәттең етеш тормошона ҡамасауларға тейеш түгел.
Һәр яҡтың үҙ принцибы
“Ҙур вәғәҙәләр ышанысты ҡаҡшата”, тигән боронғо Римдың аҡыл эйәһе Гораций, быны Рәсәйҙең юғары власть даирәләренең аҙым һайын “ышанам” тип хәбәр сурытыуына ҡарата ла әйтергә мөмкин. Социология фәндәре докторы Геннадий Козырев та хеҙмәттәрендә ошондайыраҡ фекер белдерә. Социаль булыу өсөн, ғалимдың фекеренсә, дәүләттең иҡтисади яҡтан үҫешкәнлеге зарур. Рәсәйҙә иһә тулайым эске продукт (ТЭП), йән башына иҫәпләгәндә, ни бары 3,4 мең доллар тәшкил итә. Үҫешкән дәүләттәрҙә ул күпкә юғары, мәҫәлән, Люксембургта — 56,2 мең доллар, Норвегияла – 52 мең, Швейцарияла — 48,2 мең. ТЭП буйынса Рәсәй донъяла 69-сы урын биләүгә ҡарамаҫтан, доллар миллиардерҙары иҫәбе буйынса АҠШ һәм Германиянан ғына ҡалыша. Беҙҙә иң бай ҡатламдар менән фәҡирҙәрҙең килемдәре араһындағы айырма — 17, урыны менән хатта 40 тапҡырға етә. Ватандаштарыбыҙҙың һәр өсөнсөһө тиерлек ярлы, 60 проценты торлағын яҡшыртыуға мохтаж, һәр унынсы ғына уны үҙе һатып алырға һәләтле.
Әйтелгәндәр Рәсәйҙә тулайым килемде бүлеү принцибының Европа союзындағы кеүек ғәҙел түгеллеген күрһәтә. Боронғо Ҡытай аҡыл эйәһе Конфуций хаҡлы, принциптар төрлө булғанда, уртаҡ тел табыуы ауыр. Мәҫәлән, Рәсәй Конституцияһында “милек мәжбүр итә” тигән положение юҡ, унда “һалым системаһы прогрессив башланғысҡа ҡорола” (Ҡара: Италия Республикаһы конституцияһы, 53-сө статья) тигән положениеға ла урын табылмаған. Һәр кем, ул иң түбән эш хаҡына бил бөгәме, әллә миллион һумдар аламы, 13 процент түләй. Был, һис шикһеҙ, социаль дәүләт принцибын тупаҫ боҙоу булып тора.
Ил ҡаҙнаһының өстән ике өлөшөн нефть долларҙары тулыландырған шарттарҙа дәүләттең социаль бурыстарын тик ошо сығанаҡ иҫәбенә ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлеге бәхәсһеҙ. Был хаҡта 90-сы йылдар аҙаҡтарында ғалимдар һәм сәйәсмәндәр араһында һүҙ ҙә, тәҡдим дә күп булды, әммә уларға ҡолаҡ һалырға теләүселәр генә күренмәне. РАН-дың Иҡтисад бүлеге академик-секретары Дмитрий Львов, мәҫәлән, 2002 йылда “Независимая газета”ла былай тип яҙҙы: “Рәсәйҙә тулайым килемдең 70 проценты самаһы хеҙмәт һәм капитал иҫәбенә түгел, ә рентанан (һүҙ нефть долларҙары тураһында – М. Х.) алына. Ул кәмендә 60 миллиард доллар, йәғни тағы ла бер йыллыҡ федераль ҡаҙнаға торошло, тик уға һалым системаһы ҡағылмай. Рәсәйҙә бүлеп бирелеүсе тулайым килемдең 70 проценты хеҙмәткә түләү фондына тура килә, һәм бындай күренеш башҡа бер дәүләттә лә күҙәтелмәй”. Академиктың фекеренсә, рента ҡаҙнаның төп сығанағына әүерелергә тейеш, һәм бында баҙар мөнәсәбәттәренә ҡаршы килгән бер ни ҙә юҡ.
Шул йылдарҙа ошо уҡ баҫмала донъя күргән “түңәрәк өҫтәл”дә яңғыраған фекерҙәрҙе лә килтереп үтәйек.
Иҡтисад фәндәре кандидаты Руслан Гринберг: “Идара итеү даирәләренең фекеренсә, сәләмәт капитализм – ул хужалыҡ тормошон тулыһынса либералләштереү, теләһә ҡайһы юлдар менән хосусилаштырыу һәм дөйөм ихтыяжды ҡаты сикләү”.
Халыҡ хужалығын фаразлау институты директоры Виктор Ивантер: “Власть нефтселәрҙән аҡсаны алыу юлын табыр ине, тик ул был аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға белмәй, инфляциянан ҡурҡа. Аҡса продукция етештереп һатыу өсөн кәрәк, тик уны алырға халыҡта аҡса юҡ”.
Глобалләштереү проблемаларын өйрәнеү институты директоры Михаил Делягин: “Беҙҙең йәмғиәттә, дәүләт халыҡ тураһында ҡайғырта, тигән хата ҡараш йәшәй. Дәүләт һәр саҡ эре бизнес мәнфәғәтен ҡайғырта”.
Әмәленә күрә ғәмәле
Бындай күҙгә бәрелеп торған ғәҙелһеҙлектең сәбәбе нимәлә? 1989 йылда “Оло ете” (Большая семерка, Рәсәй уның 8-се ағзаһы) тарафынан ҡабул ителгән “Вашингтон консенсусы” тип аталған документҡа ярашлы, йәмғиәт ихтыяждарына сығымдарҙы һарандарса бүлеү 1-се пункт итеп билдәләнгән. Сөнки ул, әйтелгәнсә, инфляцияны көсәйтә. Төрлө юлдар менән дәүләт предприятиелары активтарын һатыу һәм хосуси бизнесты дәртләндереү был документта 7-се булып аталған.
Әмәленә күрә ғәмәле. Социаль дәүләт принциптарынан тулыһынса файҙаланған ҡатламдар бер олигархтар ғына түгел. Судьялар, банкирҙар, эшҡыуарҙар, дәүләт органдарында юғары вазифа биләүселәр һәм, әлбиттә, депутаттар. Рәсәй Президенты Хакимиәтендә уртаса айлыҡ эш хаҡы, “Независимая газета” мәғлүмәттәре буйынса, 171 мең һумды тәшкил итә, йәғни бер йылда 66,5 процентҡа артҡан. Федераль хөкүмәттә лә уртаса хеҙмәткәр айына 167 мең һум ала. Министрлыҡтарҙа был һан ҡырҡа түбәнәйә, мәҫәлән, оборонала — 76 мең, ауыл хужалығында 52 мең һумдан артмай. Шуныһы ғәжәп: хәрби ведомствола йыллыҡ үҫеш 50 процентҡа етһә, аграрийҙарҙа ул — 22,5.
“Беҙҙә йәшәгән закон намыҫ тип атала, — тигән XVIII – XIX быуаттарҙа ижад иткән немец философы Иммануил Кант. – Намыҫ иһә тәртибебеҙҙең шул законға тап килеүен аңлата”. Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында, тигән принципҡа тоғро власть әһелдәренә, күрәһең, был хаҡта билдәле түгел.
Төп Закондың ысынлап та илдә социаль ғәҙеллек тантана итеүҙәге роле һиҙелмәүенең милли-тарихи, мәҙәни-психологик һ.б. сәбәптәре бар. Хәтерем яңылышмаһа, СССР тарҡалырҙан алда илдең бөтә байлығы 430 триллион һумдан ашыу ине. Рәсәйгә төрлө тарафтарҙан ябырылған “гастарбайтерҙар” миҫалы ла ошо хаҡта һөйләй. Миңә ҡалһа, сәбәптең иң ҙурын боронғораҡ дәүерҙәрҙән эҙләргә кәрәк. Уны күренекле урыҫ философы Николай Бердяев ошолай аңлатҡан: “Император Петр Рәсәйендәге кеүек халыҡтың юғары һәм түбән ҡатламдары араһындағы айырма бер ҡайҙа ла күҙәтелмәй. Бер ил халҡы ла бер үк ваҡытта XIV (түбән ҡатлам – М. Х.) һәм XIX (юғары ҡатлам) быуаттарҙа көн итмәй. Империя ҙурайғандан-ҙурайып, көс иҫәбенә йәшәһә лә, унда эске берҙәмлек булмай”. Ул, күренеүенсә, әле лә юҡ.
Әлбиттә, үрҙә әйтелгәндәр беҙгә Көнбайыш өлгөһөн ҡабатларға кәрәк тигәнде аңлатмай, ләкин Конституцияла “социаль дәүләт” норма булараҡ нығытылған икән, уның үтәлеүе мотлаҡ. Әлегә был йәһәттән Көнбайыш өлгөһөнә еткән нормалар күренмәй. Ә инде сәйәси элита үҙенә социаль дәүләт ҡорорға өлгөргән һәм башҡалар мәнфәғәтен инҡар итә икән, граждандарға үҙ йүнен үҙе хәстәрләүҙән башҡа сара ҡалмай.