Дуҫлашыуға тәүге аҙым12.11.2013
Элек СССР составында булған Грузия менән Тажикстанда президент һайлауы уҙыуы, Рәсәй менән Японияның һис ҡасан булмағанса дуҫлашырға ынтылышы иғтибар үҙәгендә торҙо.

“Грузин хыялы”
тормошҡа ашты

Октябрь аҙағында Грузия президентын һайлауҙа ғәмәлдәге власть партияһынан — “Грузин хыялы”нан — кандидат Георгий Маргвелашвили 62 процентлыҡ һөҙөмтә менән еңеп сыҡты. Элекке президент Михаил Саакашвилиҙың “Берҙәм милли хәрәкәт” партияһы кандидат итеп күрһәткән Давид Бакрадзе иһә ни бары 22 процент тауыш йыя алды. Ә бына Саакашвили власть башында саҡта оппозицияла йөрөгән Нино Бурджанадзе өсөн һайлаусыларҙың 10 проценты тауыш биргән. Шулай итеп, Грузияла власть тулыһынса яңырҙы.
Былтыр парламент һайлауында “Грузин хыялы” еңеп сығып, был партия етәксеһе Бидзина Иванишвили премьер-министр булып киткәндән һуң Грузияның Саакашвили алып барған юлдан тайпыласағы төҫмөрләнгәндәй ине. Атап әйткәндә, Грузия Көнбайыштан йөҙ бороп, Рәсәйгә тартылыр тип көттөк. Грузин шарабының яңынан Рәсәйгә индерелә башлауы быға бер дәлилдәй тойолғайны. Әммә “бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға тартыла” тигәндәре дөрөҫтөр. Грузияла кем генә власҡа килмәһен, Рәсәй менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен тергеҙә алмаҫтыр, ахырыһы.
Яңы президенттың тәүге сәйәси аҙымдары уҡ Рәсәй менән яраша алырына шик уята. Георгий Маргвелашвилиҙың инаугурацияһы 17 ноябргә билдәләнгән. Был сараға 70 илдән ҡунаҡ саҡырылһа ла, улар араһында Рәсәй күренмәй. Йәнәһе лә, ике ил араһында дипломатик мөнәсәбәттәр юҡ. Шуныһы ла һиҫкәндерә: Маргвелашвили президентлыҡ вәкәләттәрен намыҫлы үтәүгә ант биргәндән һуң Геройҙар аллеяһына барып, Грузияның территориаль бөтөнлөгө өсөн көрәштә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскә һалмаҡсы. Был һәйкәл 2008 йылдағы Рәсәй — Грузия низағында һәләк булғандар иҫтәлегенә 2010 йылда булдырылғайны.
Әлегә ул үҙен бик итәғәтле тота, әлбиттә. Рәсәй менән Грузия халҡының дуҫ йәшәүе өсөн сәйәсмәндәр кәртә ҡорорға тейеш түгел, тип тә ебәрә. Саакашвили осоронда президент һарайы итеп файҙаланылған бинаны урындағы университет ҡарамағына тапшырыуынан, үҙенең күпкә ҡайтышыраҡ ергә күсеп ултырыуынан Маргвелашвилиҙың бик баҫалҡы булып күренергә тырышыуы аңлашыла. Ҡайһылай ғына булмаһын, Рәсәй етәкселегенең яңы президент менән уртаҡ тел табыу мөмкинлеге бар.

Рахмон —
тағы ла власта

6 ноябрҙә Тажикстанда ла президент һайланылар. Әйтергә кәрәк: бындағы һайлау Грузияныҡынан ныҡлы айырыла — ил президенты итеп инде дүртенсе тапҡырға ғәмәлдәге етәксе Эмомали Рахмон һайланды. Ул Тажикстанға егерме йылдан ашыу етәкселек итә. Был һайлауҙа Эмомали Рахмондың дәғүәселәре булманы түгел, булды. Коммунистар партияһынан Исмоил Талбаков, Аграр партиянан Толиббек Бухориев, Социалистик партиянан Абдулхалим Ғафаров, Демократик партиянан Саиджафар Исмонов, шулай уҡ Иҡтисади реформалар партияһынан Олимджон Бобоев юғары власть өсөн көрәш алып барҙы. Әммә ғәмәлдәге президенттың дәғүәселәренән берәү ҙә кәрәкле тауышты йыя алманы.
Тажикстанда Эмомали Рахмон власта ҡалһын өсөн ил конституцияһына бер нисә тапҡыр төҙәтмәләр индерелде. 2003 йылда халыҡ референдумында ил башлығын ете йылға ике мөҙҙәт рәттән һайлап ҡуйыуға рөхсәт итеүсе закон өсөн ыңғай тауыш бирҙеләр. Киләһе президент һайлауы 2020 йылда ғына буласаҡ. Эмомали власта ҡалыу өсөн тағы ла конституцияға төҙәтмә индертмәҫ тимә.
Тажикстанда власть тотороҡлолоғо һаҡланһа ла, ил иҡтисады әллә ни алға бара алмай. Эске тулайым продукт үҫеше буйынса ул донъяла ни бары 115-се урында. Ил биләмәһенең 95 процентын тауҙар алып тороуы ла инфраструктураны үҫтереүгә, булған тәбиғи байлыҡтарҙы һөҙөмтәле файҙаланыуға ҡамасаулай. Унан килеп Тажикстанға Афғанстан менән сиктәш урынлашыуы, элекке СССР составындағы Урта Азия илдәре араһында берҙән-бер фарсы телле ил булыуы ла күршеләре менән һыйышып йәшәргә ҡамасаулай. Ил халҡының күпселеге хәйерселектә көн күреүгә ҡарамаҫтан, һаман да власҡа йәбешеп ятыуҙары аптырата.


Вернуться назад