Мөрәжәғәтнамә әҙерләнә09.11.2013
Рөстәм Хәмитов 2014 йылға Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе проектын әҙерләү буйынса эш төркөмөн ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов эш төркөмөнөң етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Уның составына тағы ла ун алты кеше инде.
Бойороҡҡа ярашлы, Мөрәжәғәтнамә проекты 25 ноябргә тиклем әҙер булырға һәм республика Президенты Хакимиәтенә тәҡдим ителергә тейеш. Президент Хакимиәтенә иһә 1 декабргә тиклем проекттың һуңғы редакцияһын депутаттар иғтибарына еткереү бурысы йөкмәтелде.


Вернуться назад