Эш һүлпән бара09.11.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йәшәү сифатын һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу өсөн мәғлүмәт технологияларын файҙаланыу буйынса Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы ултырышында ҡатнашты.

Ултырышты видеоконференция режимында ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе. Унда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәткәндә ведомство-ара электрон эш итеүҙе ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Дмитрий Медведев дәүләт хеҙмәтен электрон күрһәтеүгә күсеүҙең һүлпән барыуын билдәләне. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе, шәхси мәғлүмәттәрҙе ҡабатлап тапшырыуҙы, өҙлөкһөҙ теркәлеүҙе туҡтатырға кәрәк, тип белдерҙе. Ведомство-ара электрон бәйләнеш яйға һалыныуға ҡарамаҫтан, учреждениелар белешмә ҡағыҙҙарын, документтарҙы әле булһа халыҡтан талап итә.


Вернуться назад