Талаптар арта, тик мөмкинлектәр самалы...09.11.2013
Талаптар арта, тик мөмкинлектәр самалы...Төбәктәрҙе, муниципаль берәмектәрҙе бер аҙ баҙатҡан, аптырашта ҡалдырған "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы 131-се Федераль закондың көсөнә инеүенә теүәл ун йыл тулды. Уға ярашлы, урындағы органдарҙың вәкәләттәре киңәйҙе, яуаплылыҡтары ла артты. Бөгөн улар алдында ниндәй бурыстар тора, закон талаптары үтәләме?

Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәйҙә үткән республика төбәк семинар-кәңәшмә урындағы үҙидара органдарының көнүҙәк мәсьәләләр, кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле проблемалар һәм бурыстар хаҡында төплө һәм файҙалы һөйләшеүенә әйләнде. Сарала Баҡалы, Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы, Саҡмағош, Шаран һәм Илеш райондарының ауыл Советы ауыл биләмәһе башлыҡтары ҡатнашты.
"Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы" ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡов етәкселегендәге семинарҙа һәр ауыл биләмәһе башлығына көйләргә тура килгән, закон нигеҙендә хәл ителергә тейешле мәсьәләләр төрлө юҫыҡта ҡаралды. Шулай уҡ һәр кем белгестәрҙән үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө яуап алды.
Ауыл Советы хакимиәте — халыҡҡа иң яҡын торған орган. Ул үҙенә беркетелгән биләмәлә йәшәүселәрҙең көнитмешен генә түгел, хатта тын алышын да белеп торорға бурыслы. Һүҙ ҙә юҡ, урындағы башлыҡтарҙың эшмәкәрлек даирәһе киң. Шул уҡ ваҡытта һәр йүнәлештәге сараның закон нигеҙендә атҡарылыуы мотлаҡ. Әммә үҙ-үҙеңде тәьмин итеү системаһына күсеү эшен илке-һалҡы алып барғандарға ғына түгел, һәр башланғысты күтәреп алған әүҙем һәм тырыштарға ла байтаҡ ҡаршылыҡ тыуа. Мәҫәлән, финанслау булмау арҡаһында янғын хәүефен иҫкәртеү, биләмәне, һыу ҡоролмаларын тәртиптә һәм ирекле халыҡ дружиналарын тотоу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кеүек мәсьәләләрҙе тейешле кимәлдә хәл итеүе ауыр. Шуға ла йыш ҡына күҙәтеү органдары иғтибарына эләгеп, ҙур күләмдә штраф түләргә, янғындан оло зыян күрергә мәжбүрҙәр һәм башҡалар.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Марат Латипов әйтеүенсә, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итмәү сәбәпле, миллиондарса һум аҡса штраф түләүгә тотонола. "Һүҙ был хаҡта барғанда мөмкинлегебеҙ йә иһә аҡса юҡ тигән аҡланыу булырға тейеш түгел, һәр кешенең янғынға килтергән сәбәптәрҙе яҡшы белеүенә өлгәшегеҙ", — тип мәсьәләгә етди ҡарарға саҡырҙы ул. Янғынға ҡаршы ирекле халыҡ дружинаһы төҙөргә һәм уны тотоуға ҡарата булған фекерҙәр бер төрлө генә түгел. Кәрәклеген инҡар итмәһәләр ҙә, ойоштороуҙың ҡатмарлы икәнлеген белдерҙеләр.
Семинарҙа ҡатнашыусылар урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса ла байтаҡ файҙалы мәғлүмәт алды. 131-се Федераль законға ярашлы, үҙидаралыҡ күп кенә төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла булдырылған, һәм ҡайһы берҙәре бик уңышлы эшләп килә. Рөстәм Исхаҡов әйтеүенсә, уларҙың эшмәкәрлегенән граждандарҙың үҙҙәренә лә, муниципаль берәмектәргә лә, республикаға ла файҙа ҙур. Ошо тәңгәлдә республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың был йүнәлеште үҫтереү мәсьәләләренә айырым иғтибар йүнәлтеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, ауыл старосталары институты индерелде, аҡһаҡалдар ҡоро булдырылды. Һөҙөмтәлә ер-һыу, көтөүлектәр, эсәр һыу менән тәьмин итеү, халыҡты айыҡлыҡ юлына баҫтырыу кеүек сетерекле мәсьәләләрҙә хәҙер йәмәғәтселек ярҙамына таяныла.
Әммә халыҡтың әүҙемлеге райондарҙың барыһында ла яҡшы тип әйтеп булмай. Граждандар һаман да йәшәгән төйәктәренә ҡағылышлы сараларҙа ҡатнашыуҙан ситтә ҡала, ер-һыуҙы күркәмләндереү буйынса матур башланғыстарҙы берҙәм күтәреп алырға ашыҡмай. Шулай ҙа республика кимәлендә өлгө булырҙай урындағы үҙидаралар бар. Мәҫәлән, Ишембай районының Смаҡай ауыл биләмәһендә, Ауырғазы районы ауылдарында. Смаҡайҙар хатта "Халыҡ бюджеты" проектында ҡатнашып, грант яулаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп урында һаман да теге йәки был мәсьәләнең сиселешен көтөп, Үҙәк йәки төбәк етәкселәренә күҙ төбәүҙәрен дауам итәләр.
Белгестәр раҫлауынса, халыҡ менән оҫта эш иткәндә, һәр кемдең ауылы, урамы, йылға-күлдәре яҙмышына битарафлыҡ күрһәтмәй, яуаплылыҡ тоя белеренә, һәр сараны башлап йөрөрөнә өлгәшергә мөмкин. "Халыҡ әүҙем түгел, битарафлыҡ көслө", – тип аҡланырға яратыусыларға Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы доценты Нина Филиппованың йөкмәткеле сығышы фәһемле булғандыр, моғайын.
Семинар-кәңәшмәне үткәреү урыны итеп Илеш районы юҡҡа һайланмаған, әлбиттә. Улар урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса күрше төбәктәрҙән бер аҙым алдараҡ бара тип һис икеләнмәй әйтергә мөмкин. Һәр хәлдә ошо төбәк халҡы яуаплылыҡты үҙҙәренә алырға ҡыйыуыраҡ тотонған. Хәйер, семинарҙа ҡатнашыусылар быны үҙ күҙҙәре менән күреп ышанды.

Рөстәм ИСХАҠОВ,
"Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы" ассоциацияһының башҡарма директоры:
— Семинарға ете райондың ауыл Советы биләмәһе башлыҡтарын саҡырҙыҡ. Көн тәртибенә дүрт мәсьәлә ҡуйылды. Беренсеһе территориаль үҙидара органдарын ойоштороуҙы һәм артабан үҫтереүҙе аңлатыу булһа, икенсеһе — янғынға ҡаршы ирекле халыҡ дружиналары булдырыу һәм улар менән эшләү тәртибен өйрәтеү. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса ла бурыстар асыҡланды. Дүртенсе мәсьәлә 12 декабрҙә илдә тәүге тапҡыр Граждандарҙы берҙәм ҡабул итеү көнөн үткәреүгә бәйле, урындарҙа йәмәғәтселек менән эшләү буйынса һөйләшеүгә арналды. Был юҫыҡта ла ауыл хакимиәте башлыҡтары, закондарҙы камил белмәү сәбәпле, күп кенә яңылышлыҡтар ебәрә.

Илдар МОСТАФИН,
Илеш районы хакимиәте башлығы:
— Әлеге сараның Илештә үтеүен ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул иттек. Ауыл Советы ауыл биләмәләре башлыҡтары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәтселек ойошмалары әһәмиәтле һәм кәрәкле эш атҡара.
Семинарҙың һөҙөмтәләре урындағы үҙидараны үҫтереү юлдарын күрһәтер, районыбыҙҙың, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһар һәм ауыл халҡының тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға нигеҙ булыр, тип ышанам.

Валерий СОЗЫКИН,
Краснокама районының
Ҡуян ауыл Советы
ауыл биләмәһе башлығы:
— Ауыл Советы биләмәләрендә проблема ифрат күп. Ләкин уларҙы кем нисек теләгәнсә йәки булдыра алғанса түгел, ә закон нигеҙендә көйләргә тейешбеҙ. Әлеге сарала үҙем өсөн байтаҡ файҙалы мәғлүмәт алдым, тәжрибә менән таныштым. Ысынлап та, территориаль үҙидара органдары эшен әүҙемләштереү кәрәк, әлегә һүлпәнерәкбеҙ, шуға һөҙөмтә лә көтөлгәнсә түгел.


Вернуться назад