Нефть кенә түгел08.11.2013
Республикабыҙға эш сәфәре менән Бөйөк Британия вәкилдәре һәм эшҡыуарҙары килде. Уларҙы Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡабул итте.
Осрашыуҙа республика менән Бөйөк Британия араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу һәм арттырыу тураһында һүҙ барҙы. Бөгөн ике аралағы сауҙа әйләнеше 150 миллион доллар тәшкил итә һәм уның 90 процент самаһы — нефть тауарҙары экспорты. Рөстәм Зәки улы ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙы.
— Беҙҙе күп илдәрҙә нефть, нефть химияһы тауарҙары буйынса беләләр. Тик республикала хеҙмәттәшлек алып барыу өсөн унан башҡа ла тармаҡтар бар. Әйҙәгеҙ, бөгөн уларҙы ла ҡарайыҡ, — тине Президент.
Бөйөк Британияның Рәсәйҙәге илселеге башлығы Денис Киф матур сәфәр ойошторғандары өсөн рәхмәт әйтте, уларҙың эшҡыуарҙары Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.