Министрлыҡта үҙгәрештәр08.11.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Финанс министрлығында кадрҙар тәғәйенләү тураһындағы бойороҡтарға ҡул ҡуйҙы. Элекке министр урынбаҫары Лилиә Истәмғәлина — финанс министрының беренсе урынбаҫары, ә Наталья Калугина министр урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде.

Лилиә Закир ҡыҙы Истәмғәлина 1959 йылда Өфөлә тыуған. Мәскәү технология институтын тамамлаған. 1984 йылдан — Финанс министрлығында, 2005 йылдан министр урынбаҫары вазифаһында эшләгән.
Наталья Владимировна Калугина 1974 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. “Газстрой” етештереү берекмәһендә эш башҡарыусы секретарь, бухгалтер булған. 2001 йылдан — Финанс министрлығында. 2013 йылдың февраленән әлегә тиклем министрлыҡтың бюджет сәйәсәте бүлеге начальнигы вазифаһында эшләгән.


Вернуться назад