Сәйәсәт мәктәбе эш башланы06.11.2013
Өфөлә Рәсәй сәйәсәте мәктәбендә дәрестәр башланды. Уның үҙенсәлеге шунда: мәктәп нигеҙендә дискуссия майҙансығы эшләй. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
— Бөгөн сәйәсәт төшөнсәһе кире мәғәнәгә эйәлер, бәлки. Ябай кешеләр аңында ул һайлау, мәғлүмәти һөжүм, “ҡара пиар” файҙаланыу менән ауаздаш. Минеңсә, сәйәсәт — иң элек йәмғиәт, уның үҫеше хаҡында хәстәрлек күреү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү. “Сәйәсәт” һүҙенә ыңғай мәғәнә һалам, — тине республика етәксеһе. — Дәрескә килеүселәр халыҡ, дәүләт власы органдары менән эш итеү йәһәтенән белем ала.
Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы директоры Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, Рәсәй сәйәсәте мәктәбе Башҡортостанда эшләгән осорҙа ғына 130 кеше ул ойошторған дәрестәргә йөрөгән. Һөҙөмтәлә социаль йүнәлешле 35 проект тормошҡа ашырылған, шуларҙың алтауһы айырым маҡсатлы республика программаһы статусына эйә. Әле өс һайлау этабы йомғағы буйынса ғариза яҙған 418 дәғүәсенең 35-е мәктәпкә саҡырыу алған. Уларҙың барыһы ла инвестиция йәлеп итеүгә һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән үҙ проекттарына эйә.