Эшсәндәрҙең хоҡуғын ҡайғыртып02.11.2013
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Социаль, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республика өс яҡлы комиссияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров Профсоюздар федерацияһы, Эш биреүселәр берекмәләре һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда социаль партнерлыҡтың барлыҡҡа килеүенә ун йыл тулыу айҡанлы ойошторолған ултырышты Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Социаль, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы координаторы Лилиә Ғүмәрова асты һәм социаль мәсьәләләр хаҡында һөйләне.
Килешеү эш өсөн хәүефһеҙ шарттарҙы һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса сараларҙы ҡабул итеүҙе, халыҡ мәшғүллеге, хеҙмәткәрҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының тормош сифатын яҡшыртыу, эшләүсе ҡатындарҙы, йәштәрҙе социаль яҡлау ише мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү кеүек йөкләмәләрҙе үҙ эсенә ала.
— Мин үҙем был килешеүҙең тормошҡа ашырылыуын күҙәтәсәкмен. Хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау – иң мөһиме, әлбиттә. Әммә эш биреүселәрҙең хоҡуҡтары хаҡында ла уйларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта барыбер эшсәндәрҙең хоҡуҡтары бөтәһенән дә өҫтөнөрәк, —тине Президент Рөстәм Хәмитов. Ул шулай уҡ республикалағы социаль, иҡтисади хәл һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында һөйләне, социаль партнерлыҡтың үҫеше өсөн тос өлөш индергәндәргә наградалар тапшырҙы.
Беренсе өс яҡлы килешеү 1994 йылда ҡабул ителгәйне. Әле 2011 — 2013 йылдарға иҫәпләнгән туғыҙынсы килешеү тормошҡа ашырыла.
Волга буйы федераль округында бары Башҡортостанда, шулай уҡ Татарстанда һәм Силәбе өлкәһендә ҡабул ителгән өс яҡлы килешеүҙәргә күп мәсьәләләр буйынса өҫтәмә бүлектәр индерелгән. Мәҫәлән, 2010 йылдан республикала «Эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы социаль-иҡтисади йәһәттән яҡлау» бүлеге барлыҡҡа килде. Быйыл Рәсәй төбәктәре араһынан иң беренселәрҙән булып Башҡортостанда ғына «Лайыҡлы хеҙмәт» программаһы эшләй.
Әлеге килешеүгә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы буйынса өҫтәмәләр индерелгән. Шул уҡ ваҡытта республика Хөкүмәте эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамын алыу процедураһын тиҙләтеү кеүек йөкләмәне лә үҙ өҫтөнә ала. Әйткәндәй, яңы килешеү өс йылға ҡабул ителде.


Вернуться назад