Иң мөһиме — “бәхет ҡошон” тотоу02.11.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Асыҡ инновациялар” Мәскәү халыҡ-ара яңыса үҫеш форумында ҡатнашты.

Республика башлығы Рәсәй төбәктәре, “Сколково” фонды, РОСНАНО һәм башҡаларҙың стендтарын ҡарап сыҡҡас, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән осрашты.
Журналистар менән аралашыу барышында Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙың инновация йәһәтенән алға киткән субъекттар иҫәбенә, шулай уҡ Рәсәйҙең Инновациялы төбәктәр ассоциацияһына инеүен билдәләне.
— Башҡаларҙың үҫешен, уларҙың нимә менән шөғөлләнеүен аңларға тырышам, сөнки беҙ конкуренциялы мөхиттә йәшәйбеҙ, — тине республика башлығы. — Бер-беребеҙҙе күҙәтәбеҙ, ниндәй проекттар тормошҡа ашырылыуын, ниндәй инвесторҙар килеүен күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Әммә иң мөһиме — төбәктең үҫешен тәьмин итерлек инновациялы “бәхет ҡошон” тотоу. Форумда хайран итерлек нәмәләр байтаҡ. Өфө белгестәре металдан ЗD-принтерында яһалған 3D-әйбер тәҡдим итте. Был — ярайһы уҡ ҡатмарлы проект, ләкин, эш барып сыҡһа, турбиналар, компрессорҙар, етештереү технологияһы бөтөнләй икенсе кимәлгә күтәреләсәк.
Президент шулай уҡ күргәҙмәнең ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле булыуын билдәләне. Республика, быйыл үҙенең экспозицияһын тәҡдим итмәһә лә, сарала үҙе өсөн файҙалы йүнәлештәрҙе билдәләне.


Вернуться назад