Хоҡуғыңды бел!01.11.2013
Бурыс күләмен сайт аша белеп була
Алимент буйынса бурысым йыйылып киткәйне, уларҙы яйлап түләнем. Тик теүәл генә күләмен ҡайҙан белергә була? Сит тарафта эшләп йөрөйөм, шуға суд приставтарына барып күренеү мөмкинлеге юҡ.
Фаил МӨХӘМӘТЙӘНОВ.
Радужный ҡалаһы.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы сайтында бурысты түләүгә квитанция алыу йәки аҡсаны Интернет аша күсереү мөмкинлеген биргән мәғлүмәт банкы эшләй. Был хеҙмәтте файҙаланыу ҡыйын түгел. Сайтта махсус теркәлергә кәрәкмәй. Үҙеңдең фамилияң менән исемеңде индереп, күпме бурыслы икәнеңде белергә була. Квитанцияла ИНН, КПП, БИК кеүек банк реквизиттары автоматик тултырыла, бурыслыға бары тик түләү көнөн, үҙенең исем-шәрифен, сумманы яҙып, бланкты сығарып алырға һәм теләһә ниндәй банкта ошо документ буйынса аҡса түләргә мөмкин. Бынан тыш, бурыс күләме менән “ВКонтакте” һәм “Одноклассники” социаль селтәрҙәренең махсус ҡушымталарында танышыу мөмкинлеге бар.
Штрафты түләмәһәң, икеләтә ҡаплатырҙар
Хоҡуҡ боҙған өсөн административ штраф түләтеү ҡарары сығарҙылар. Уның менән риза түгелмен. Түләмәһәң, нисек була?
Радик ЗАҺИТОВ.
Өфө районы.
Административ штраф граждандарҙан Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына ярашлы түләтелә. Ул ошо эш буйынса хөкөм ҡарары үҙ көсөнә ингәндән һуң 30 көн эсендә түләнергә тейеш. Документтың күсермәһен судьяға, ҡарар сығарған органға йә вазифалы кешегә ебәрергә кәрәк. 30 көн үткәс, штраф түләгән документ тапшырылмаһа, ҡарар сығарған судья, орган йә вазифалы кеше мәжбүри рәүештә түләтеү өсөн тейешле материалды суд приставы-башҡарыусыға ебәрә. Бынан тыш, штраф түләмәгән кеше Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында кодексының 20.25-се статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ваҡытында түләмәгән осраҡта штраф икеләтә арттырыла (1 мең һумдан кәм түгел) йә иһә ғәйепле кеше 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алына.
Суд приставы-башҡарыусы административ штраф һалыу тураһында ҡарарҙы алғандан һуң уны үтәү буйынса үҙ ҡарарын сығара, ирекле рәүештә түләү өсөн ғәйепле кешегә биш көн ваҡыт бирелә. Административ яуаплылыҡҡа тарттырылыусы, штрафты банк аша түләп, квитанцияһын суд приставына тапшырырға тейеш. Штраф сәбәпһеҙ көйө ваҡытында ҡапланмаһа, суд приставы яңы ҡарар сығара, уға ярашлы бурыслы кеше өҫтәмә рәүештә штрафтың 7 проценты күләмендә аҡса түләргә (500 һумдан кәм түгел) һәм үтәтеү эштәренең сығымдарын ҡапларға тейеш була.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Адвокатты яуаплылыҡҡа тарттырып буламы?
Быйыл майҙа адвокат менән килешеү төҙөгәйнем, тик ул үҙ бурыстарын теүәл үтәмәне. Ялыуҙы ҡайҙа ебәрергә? Уны кем ҡарай? Адвокат ниндәй яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ?
Әлмира БИКБАЕВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
“Рәсәй Федерацияһында адвокаттар эшмәкәрлеге һәм адвокатура тураһында”ғы Федераль закондың 33-сө статьяһына ярашлы, адвокатҡа ҡарата килгән ялыуҙы ҡарау өсөн махсус комиссия төҙөлә. Был комиссия хоҡуҡ яҡлаусының эшмәкәрлегенә баһа биреп, был осраҡта һөнәри этика кодексы боҙолғанмы, адвокат үҙ бурыстарын теүәл үтәгәнме-юҡмы икәнен асыҡлаясаҡ. Адвокаттар палатаһы советы комиссияның ҡарарын өйрәнә, һуңынан ғәйепләнеүсегә ҡарата иҫкәрмә сығара йә уны адвокат статусынан мәхрүм итә.
Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса
идаралығы юристары.
Бәлиғ булмаған һалдат
Улыма 18 йәш тулмаған әле, шулай булһа ла, хәрби комиссариаттан медицина комиссияһы үтергә саҡырыу алып килгәндәр. Был дөрөҫмө?
Сәүиә ВӘЛИШИНА.
Дүртөйлө районы.
17 йәше тулған үҫмер хәрби иҫәпкә баҫырға тейеш. Военкоматта уға карточка асасаҡтар. Медицина комиссияһы егеттең хәрби хеҙмәткә яраҡлылығын тикшерә. Военкомат иһә уның ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәген алдан күҙаллап ҡуясаҡ. Бынан һуң улығыҙҙы 18 йәше тулғансы хәрби комиссариатҡа саҡырмаясаҡтар.