Субсидия биреү тәртибе раҫланды19.11.2011
Башҡортостан Хөкүмәте умартасылыҡты һәм йылҡысылыҡты үҫтереүгә Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан субсидиялар биреү тәртибен раҫланы, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Субсидиялар “2011—2013 йылдарҙа Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереү һәм бал етештереүҙе арттырыу”, “2011—2013 йылдарҙа Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү һәм бейә һөтө (ҡымыҙ) етештереүҙе арттырыу” тигән айырым маҡсатлы тармаҡ программаларына ярашлы биреләсәк.
Йыл аҙағынаса умартасылыҡҡа бал ҡорттары күсен ҡарауға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау рәүешендә ярҙам күрһәтеләсәк. Улар умарталарҙы баллы урындарға күсереү, кәрәк-яраҡ, балауыҙ, рамдар, шәкәр, ветеринария препараттары, махсус кейем-һалым һатып алыу өсөн тотоноласаҡ.
Быйыл шулай уҡ йылҡысылыҡта бейәләрҙе ҡарау, ҡымыҙ етештереү, мал аҙығы һатып алыу маҡсатында сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия рәүешендә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад