Олимпия утын алып барасаҡ01.11.2013
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Октябрьский ҡалаһындағы бүлексәһендә эшләгән батыр ҡатын Виктория Иванова тураһында былтыр яҙғайныҡ. Ул һыуға батып барған 19 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған.
Суд приставының тәүәккәллеге юғары баһаланды: әлеге ваҡиғанан һуң Рәсәйҙең баш суд приставы Артур Парфенчиков Викторияға награда тапшырҙы. Ошо көндәрҙә Виктория Иванова Рәсәй Федерацияһы Президентының Указына ярашлы “Һәләкәткә тарыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән дә наградланды. Декабрҙә, Олимпия уты Башҡортостанға килгәндә, Виктория Иванова ла факелды күтәреп барасаҡ. Беҙ уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!


Яңы тормошто
таҙа биттән башлай

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 42 йәшлек ир малайына алимент түләмәгән, бурысы 450 мең һумдан ашып киткән.
Бирәсәге ҙур булһа ла, ир уны ҡайтарыу тураһында уйламай ҙа. Шулай ҙа, суд приставтары асыҡлауынса, уның һатыуға ҡуйылған фатирға милек хоҡуғы бар. Быны белеп ҡалған хеҙмәткәр шунда уҡ күсемһеҙ милекте һатыуҙы тыйған. Бер нисә көндән “кәкүк атай” фатирҙы арестан төшөрөүҙе һорап ғариза менән килгән. Фатирҙы һатҡан аҡсаға алиментын тулыһынса түләп, икенсе төбәккә күсеп китергә ҡарар иткән икән. Яңы тормошто таҙа биттән башларға теләгәндер, күрәһең…


“Кәкүк әсәй”
төҙәлеү юлында

Бәләбәй районында эшләүсе суд приставы 12 йәшлек улына һәм 6 йәшлек ҡыҙына алимент түләмәй башлаған әсәйгә төҙәлеү юлына баҫырға ярҙам иткән.
38 йәшлек ҡатындың бурысы 20 мең һум тәшкил иткән. Бер ҡайҙа эшләмәгән, кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан ҡатын балаларын тәрбиәләү түгел, хатта улар менән күрешергә лә ваҡыт тапмай, ти. Сабыйҙар аталары ҡарауында була. Ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәләр. Был яңылыҡ уны әллә ни аптыратмай, хатта хафаға ла һалмай. Шулай ҙа суд приставы, уны йәлләп, ярҙам ҡулы һуҙырға була: мәшғүллек үҙәге менән һөйләшеп, ҡатынды иҫәпкә ҡуялар. Хәҙер иһә “кәкүк әсәй” айныҡ тормошҡа ҡайтырға уйлай. Бала — бауыр ите, тиҙәр. Әсә кешенең шуны аңлап, төҙәлеүенә өмөт итәйек.


Ете айға иркенән
мәхрүм иткәндәр

Көйөргәҙе районының мировой судьяһы бәлиғ булмаған улына алимент түләмәгән 34 йәшлек ирҙе ете айға холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрергә тигән ҡарар сығарған.
Алиментты ваҡытында түләү кәрәклеген белеп тә, ир алты йыл буйына улының иҫәбенә бер тин дә аҡса күсермәгән. Һөҙөмтәлә уның бурысы 350 мең һумға барып баҫҡан. Быға тиклем закон боҙоу осраҡтары булғанлыҡтан, ирҙе суд залында уҡ һаҡ аҫтына алғандар. Был хәл — алиментты ваҡытында түләргә кәрәклегенә йәнә бер ишара.


Вернуться назад