Рәсәйҙә суд приставтары хеҙмәте ойошторолоуға 148 йыл инде. Федераль ведомствоның Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров үҙ сығыштарында йыш ҡына суд приставтарына өс төп сифат хас булырға тейешлеген билдәләй: ғәҙеллек, әҙәплелек һәм принципҡа тоғролоҡ. Етәксе шулай уҡ һәр хеҙмәткәрҙең үҙ бурысын еренә еткереп, намыҫ менән башҡарыуын гел иғтибар үҙәгенә ала. Шуға ла Башҡортостандың суд приставтары Рәсәй буйынса алдынғылар иҫәбендәлер. Һөнәри байрамын билдәләгән хеҙмәттең быйылғы туғыҙ айҙағы эш һөҙөмтәләренә туҡталайыҡ.
Приставтар законға ярашлы суд ҡарарҙарын мәжбүри үтәү, судтар эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртибен тәьмин итеү, ҡайһы бер енәйәттәр буйынса алдан тикшереү үткәреү бурысын атҡара. Һәр йүнәлештең үҙенә генә хас ҡатмарлы, ауыр яҡтары бар. Заман елдәре шауҡымы суд приставтары хеҙмәтен дә урап үтмәгән, ҙур күләмдә кредит алыу, был аҡсаны ҡайтармау осраҡтары йышайған һайын, уларҙың эш күләме лә арта. Сентябрь-октябрҙә ике миллион һумдан ашыу күләмле 15 мең 726 башҡарыу эшен тамамлауға өлгәшеп, ҡаҙнаны 1 миллиард 745 миллион һумға тулыландырғандар. Эш хаҡын ҡайтарыу буйынса ғына ла быйыл 25 мең ҡарарҙы үтәргә тура килгән.
Рәсәйҙә законһыҙ йәшәгән мигранттарҙы тыуған яғына оҙатыу ҙа суд приставтары иңенә төшә. Йыл башынан улар тарафынан 180 сит ил гражданы сик аша сығарылған. Күпселеге — Үзбәкстандан. Миграция закондарын Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Азербайжандан килеүселәр ҙә йыш боҙа. Әлеге ваҡытта махсус изоляторҙа 59 мигрант үҙ сиратын көтә, ошо арала улар ҙа тыуған яғына оҙатыласаҡ.
Суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте һаҡлау — приставтар хеҙмәтендә төп йүнәлештәрҙең береһе. Улар хөкөм сығарыуҙа ҡатнашыусыларҙың именлеге өсөн яуаплы. Был эш үҙенә күрә бик хәүефле, сөнки бәғзе бер граждандар суд залына төрлө ҡорал, электр шокерҙары, наркотиктар, башҡа хәүефле әйберҙәр алып инергә маташа. Быға тиклем суд залына бәләкәй булһа ла һуғыш снаряды алып инергә йыйынған кешене тотҡайнылар, яңыраҡ, октябрь урталарында, Орджоникидзе район суды алдында бер кешене үҙ-үҙенә ут төртөргә йыйынған сағында ҡулға алғандар. Ул суд ҡарары менән риза булмаған 1981 йылғы ир булып сыҡҡан. Кейемен тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсаға мансыған, кеҫәһендә шырпыһы булған. Быйыл егеткә ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатылған, ул шуға ризаһыҙлығын белдереү өсөн, халыҡ алдына сығып, үҙен үҙе яндырырға уйлаған. Бәхеткә күрә, әлеге ваҡиғалар барышында бер кем дә зыян күрмәгән. Нуриман районында иһә суд залына бензин тултырылған шешә алып ингән ҡатынды ҡулға алғандар. Енәйәт эшен тикшереүҙә зыян күреүсе сифатында сығыш яһаһа ла, суд ҡарары уның файҙаһына булмағанға, янғын ойошторорға уйлаған икән.
Идаралыҡ суд ҡарарын үтәмәүселәрҙең сит илгә сығыу хоҡуғын сикләү тәжрибәһен бик уңышлы файҙалана. Был ҡарарҙарҙың күбеһе, ғәҙәттә, “кәкүк атай”ҙарға ҡағыла. Мәҫәлән, быйыл Рәсәйҙән ситкә сығыу хоҡуғын ваҡытлыса сикләү тураһында биш меңгә яҡын ҡарар сығарылһа, шуларҙың яртыһы тиерлек алимент түләмәүселәргә ҡағылышлы. Ғөмүмән, йәмғиәтебеҙ өсөн ҙур проблемаға әйләнгән әлеге мәсьәлә — суд приставтарының иғтибар үҙәгендә. Быйыл улар ғәҙәти булмаған аҙымға ла барғандар: Өфө шырпы фабрикаһына мөрәжәғәт итеп, “Алименттарҙы түләргә онотмағыҙ!” тигән өндәмә яҙылған 38 миллион ҡап шырпы сығарғандар. Был тәңгәлдә, ғөмүмән, эш әүҙем бара. Үҙ балалары хаҡында онотҡан ата-әсәләрҙең намыҫына тейеү өсөн баш ҡаланың ҙур сауҙа үҙәктәрендә урынлаштырылған оло экрандарҙа төрлө йөкмәткеле социаль реклама йыш күрһәтелә. Был сара ла үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмайҙыр.
Суд приставтары хеҙмәте ни тиклем һөҙөмтәлерәк эшләһә, хөкөм сығарыу системаһы ла шунса нығый, Рәсәй дәүләтселегенең абруйы арта. Приставтарҙың эш башлар алдынан биргән анты ҡыҫҡа булһа ла, уның йөкмәткеһендә хеҙмәткәр иңенә ятҡан бөтөн яуаплылыҡ асыҡ сағыла: “Үҙемдең вәкәләттәремде тормошҡа ашырғанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм закондарын үтәргә, суд приставы бурысын намыҫ һәм тоғролоҡ менән башҡарырға ант итәм”.
Закондың көсө — уның үтәлеүендә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ғөмүмән, Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мөмкин тиклем асыҡ сәйәсәт алып бара. Сайттары бик һәйбәт эшләй. Теләүселәр унда инеп, бурыс күләмен, башҡа төрлө мәсьәләләрҙе белә ала. Үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорауҙы ла ошо сайтта яҙып ҡалдырырға мөмкин. Яуап тиҙ арала киләсәк.
Идаралыҡтың ышаныс телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй:
8 (347) 273-53-82
Интернеттағы сайты
www.r02.fssprus.ru