Йыл һайын 30 октябрҙә илдә сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алабыҙ. Һәйкәлдәр янында митинг һәм акциялар, хәтер кисәләре ойошторола. Өфөлә лә был дата иғтибарһыҙ ҡалманы, Йәштәр һарайы янындағы паркта, сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында, сара үткәрелде.
Кеше әллә ни күп булмаһа ла, хәтер сараһы киң ҡоласлы итеп ойошторолдо. Төрлө дин вәкилдәре сығыш яһаны, концерт тәҡдим ителде. Ғәйепһеҙ көйө хөкөм ителгәндәрҙе бер минутҡа тын ҡалып хәтерләнеләр. Күптәрҙең ҡулында сәйәси золом ҡорбаны булып танылған туғандарының фотоһүрәте бар ине.
Күҙендә йәштәре ялтыраған апай янына барам. Уның һөйләр һүҙе күп булып сыҡты. Олатаһын 1937 йылда алып киткәндәр, ул кире әйләнеп ҡайтмаған. Ғүмере буйы тырышып эшләп, башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәгән атаһының ғаиләһенә лә аяу булмаған: уны ғаиләһе менән Себер тарафтарына ебәргәндәр.
— Атайым ғүмере буйы ер аҫтында эшләне, шахтер ине. Һуғыш йылдарында тәүлегенә 18-әр сәғәт эшләгәндәре лә булды. Йәшәү өсөн йүнле шарттар булманы, тығын, һалҡын барактарҙа бер нисә ғаилә торҙоҡ, — тип һөйләне Гәүһәр исемле апай. — Шул тиклем ғәҙелһеҙлек осоронда йәшәнек! Тик был — илебеҙҙең тарихы, унан ҡасып ҡотолоп та булмай. Кем ғәйепле икәнлеген дә әйтә алмайбыҙ. Иң мөһиме — ундай вәхшилек башҡаса илебеҙҙә ҡабатланмаһын.