Тәбиғи газға һалым кәмерәк01.11.2013
Республика парламентының быйыл һайланған депутаттары икенсегә пленар ултырыш үткәрҙе. Көн тәртибенә 45 мәсьәлә сығарылды.
Өфө ҡалаһы райондарына, Дүртөйлө, Белорет, Бәләбәй һәм Туймазы ҡалаларына яңы мировой судьялар тәғәйенләнде. Бер юлы алты закон проекты ҡануниәт статусын алды. Улар араһында “Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”, “Транспорт һалымы тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусы кәрзинен һәм йәшәү минимумын асыҡлау һәм билдәләү тәртибе тураһында”ғылары бар ине. “Транспорт һалымы тураһында”ғы Законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, автомобилдә йөрөгәндә яғыулыҡ итеп тәбиғи газ файҙаланған кешеләр һәм ойошмалар өсөн һалым 20 процентҡа кәмерәк билдәләнәсәк. Шулай уҡ “Һалым һалыуҙың патент системаһы тураһында”ғы закон проектына үҙгәрештәр индерелде. Был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн файҙа килтерәсәк. Патент формаһында һалым түләү мөмкинлеге бирелгән эшмәкәрлек төрҙәре киңәйә. Элек булған 47 төргә мебель яһау, мунса, солярий, күсермәләр эшләү хеҙмәттәре лә инәсәк.
Киләһе йылда пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы кимәле 6070 һум тәшкил итәсәк (быйыл — 5690 һум).
Быларҙан тыш, 2014 йылға бюджет документтары ҡаралды, һәм улар буйынса эш дауам итә. Киләһе йылға республика ҡаҙнаһының килемле өлөшө — 109,6 миллиард һум, сығым өлөшө 127,6 миллиард һум тәшкил итәсәк. Дефицит — 18 миллиард һум.